Фольклориада
19 Июнь 2021, 18:20

"Барҙа йыйыны" ғәйнәләрҙе йыйҙы

Был байрам Ғәйнә ырыуы ерендә йыл һайын үткәрелә. Быйылғы йыйын нисек үтте?

Ғәйнә ырыуы ерендә "Барҙа йыйыны" байрамы йыл һайын үткәрелә.
Быйылғы сара ошо ырыуҙан сыҡҡан милләттәшебеҙ, тарихи шәхес, олоҫ старшинаһы, башҡорт депутаты һәм сәнәғәтсе Туҡтамыш Ишбулатовтың бюсы алдына сәскә һалыуҙан башланды. Ғәйнәләрҙең ҡор башы, Барҙа ауылының имам-хатибы Марат Мозафаров ҡунаҡтарҙы төйәктең тарихы, иҫтәлекле урындары менән таныштырҙы. Пермь крайының Барҙа районында урынлашҡан тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре башҡорт тирмәһе ҡуйҙы.
Республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡотлау һүҙҙәрен уҡып еткерҙе. Шулай уҡ беҙҙән делегация составында Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов, Туймазынан Хаят һәм Альберт Исмаиловтар ҡатнашты. Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары сағыу сығыштары менән сараға йәм өҫтәне.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас