Фольклориада
19 Июнь 2021, 07:00

Венгрҙар "Ҡарабай" менән килә!

Фольклориадаға “Kecskemet” ансамбле шәп бүләк әҙерләй. Улар Әбйәлилдә, Бөрйәндә, Учалыла, Сибайҙа, Белоретта ҡасан сығыш яһаясаҡ?

Венгриянан “Kecskemet” халыҡ бейеүҙәре ансамбле Башҡортостан өсөн үҙенсәлекле бүләк әҙерләй. Улар инде бер нисә ай “Ҡарабай” йырын өйрәнә.
“Ҡарабай” – шаян халыҡ йыры, уны егеттәр оялсан ҡыҙҙарҙы бейергә саҡырып йырлар булған.
Венгрҙар фаразынса, уларҙың башҡорттар менән тарихи тамырҙары бар, был фонетикала һәм лексикала сағылыш тапҡан. Моң һөйгән илдәрҙең береһе булған Венгрия артистары был йырҙың көйөн тотоп алыуға, һүҙҙәрен дә тиҙ ятлауға өлгәшкән. Уны июлдә Өфөлә уҙасаҡ VI Бөтә донъя фольлориадаһында башҡарасаҡтар.
5 июлдә Венгриянан коллектив Көнсығыш фестиваль округына концерттар менән юлланасаҡ: 5 июлдә – Әбйәлил районында, 6 июлдә – Бөрйәндә, 7 июлдә – Учалыла, 8 июлдә – Сибайҙа, 9 июлдә Белорет районында сығыш яһаясаҡтар. Һуңынан ансамбль Өфөгә кире килә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, VI CIOFF®️ Бөтә донъя фольклориадаһы Башҡортостанда 3 – 10 июлдә үтә. Сараны асыу тантанаһы “Өфө-Арена” боҙ һарайында буласаҡ.
Фото: видеонан скриншот.
Читайте нас