“Гжель” Мәскәү дәүләт академия бейеү театры Башҡортостанда 3 – 10 июлдә үткәрелгән VI Бөтә донъя фольклориадаһында сығыш яһарға килә. Донъя кимәлендә танылған ансамбль артистары 3 июлдә “Өфө-Арена” боҙ һарайында фестивалде асыу тантанаһында сығыш яһай.
“Гжель” күптән инде Мәскәүҙең мәҙәни визит карточкаһына әйләнгән. Ансамбль артистары аша традицион рус биҙәү сәнғәте хаҡында һөйләй, хәрәкәттәр аша уның бар гүзәллеген аса. Фольклориада ҡунаҡтары сәхнәлә халыҡ кәсепселәренең гжель, Павлов Посад биҙәктәре һәм башҡа ижади өлгөләре тере һынланыш алғанын күҙәтә ала.
Коллективҡа Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марина Куклина етәкселек итә, баш балетмейстер – Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дәүләт премияһы лауреаты Валентина Слыханова.