Ошо көндәрҙә Һамар башҡорттарының йыйыны үтте. “Йыйын-2021” Һамар губернаһының 170 йыллығына һәм өлкә башҡорттары ҡоролтайының 25 йыллығына арналды.
Сара Ташбулат ауылында мәшһүр Дәүләтшиндар нәҫеленә һәйкәл асыу тантанаһы менән башланып китте. Тап ошо төйәктән башҡорт халҡына арҙаҡлы шәхестәр: яҙыусы, БАССР-ҙың халыҡ комиссары, билдәле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның ире Ғөбәй Дәүләтшин, башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалған Ғәббәс Дәүләтшин, атҡаҙанған нефтсе Хәмзә Дәүләтшин сыҡҡан.
“Йыйын-2021” башҡорт фольклор байрамының төп саралары Төньяҡ ҡасабаһы янында үтте. Яланда һигеҙ башҡорт ауылы тарафынан тирмәләр ҡоролған, уларҙа Һамар башҡорттарының тарихы, көнкүреше сағылды. Урындағы башҡорттарға хас һөнәрҙәрҙе сағылдырған, шәжәрә ағастарынан торған күргәҙмәләр эшләне.