Фольклориада
26 Июнь 2021, 09:00

Фольклориадаға – башҡорт сувенирҙары

Башҡорт һөнәр коворкингы Фольклориада символикаһы булған сувенирҙарҙы әҙерләй.

Башҡорт һөнәр коворкингы фольклориада символикаһы булған сувенирҙарҙы әҙерләй.
Үҙенсәлекле ҡул эштәре VI Бөтә донъя Фольклориадаһында ҡуйыласаҡ. Өфөләге Башҡорт һөнәр коворкингы өс резидентты – “Мосафир” күн оҫтаханаһын, ЭТНО-MARKETты һәм “Зөлхизә” ательеһын – берләштерә.
“Мосафир” оҫтаханаһына фольклориадала ҡатнашыусыларға 1500 брелок эшләү өлөшө тейҙе. Оҫталар үҙ ҡулдары менән хасил иткән әйберҙәр 10 – 15 көн эсендә тотош донъя буйлап тараласаҡ һәм республикабыҙҙа йәшәгәндәрҙең күңел өлөшөн таратасаҡ”, - тип “Мосафир” брендына, Башҡорт һөнәр коворкингына нигеҙ һалыусы Азамат Юлдашбаев (һүрәттә).
“Мосафир” – Өфөләге билдәле күн оҫтаханаһы. Уны социаль селтәрҙәрҙә табырға мөмкин. TikTokтағы ҡарауҙар һаны бөгөн 100 миллионға етә. Социаль селтәрҙәрҙең яҙыусылары араһында – донъялағы күп илдәрҙә йәшәүселәр. Бынан тыш, “Мосафир” оҫталары күндән брелоктар, браслеттар, картхолдерҙар һәм башҡа әйберҙәр әҙерләй. Этно- MARKET ҡулдан ағастан – сувенирҙар, текстилдән биҙәүестр һәм башҡа әйберҙәр әҙерләй. Барлыҡ әйберҙәр ҙә күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ.
Фото: strbsu.ru
Читайте нас