Фольклориада
28 Июнь 2021, 09:00

Фольклориадаға әҙерлек бик етди

Сит илдән килгән һәр ҡатнашыусы Рәсәйгә ингәнсе ПЦР тест бирергә тейеш. Уларҙы аэропортта тикшерәсәктәр. Бынан тыш, Рәсәйгә ингәс тә, уларға ПЦР тестар яһаласаҡ. Зарарланған кеше асыҡланһа, бөтә коллектив Фольклориадала ҡатнашмаясаҡ.

Башҡортостанда 3-нән 10 июлгә тиклем халыҡ-ара кимәлдәге мөһим сара – Фольклориада үтәсәк. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә был турала һөйләшеү булды.
– Беҙ был ваҡиғаны ике йыл көттөк. Ул Бөтә донъя ойошмаһы ҡарары һәм ил Президенты күрһәтмәһе буйынса үтә. Беҙ сараға ныҡ әҙерләндек, 22 муниципалитет, артистар әҙерләнә. Әлеге ваҡытта ҡарар шундай – Фольклориада үтәсәк. Хәүефһеҙлеккә килгәндә, беҙ бик күп саралар күрәбеҙ, ситтән коронавирус килтереү мөмкин булмаясаҡ. Хәҙер кешеләр күпләп йыйылған урындарҙы хәүефһеҙ итеү тураһында уйларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Фольклориаданың нисек үтеүе һәм хәүефһеҙлек саралары тураһында ҙур доклад менән мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, Өфөгә 39 ил вәкиле, 1163 кеше килә. Улар туғыҙ ҡунаҡхана һәм шифахана-курорт учреждениеларында урынлаштырыласаҡ. Тәүге ҡунаҡтарҙың 1 июлдән килә башлауы көтөлә, 11 июлдә барыһы ла ҡайтып китәсәк. Фестиваль программаһы Өфөлә һәм 22 муниципалитетта үтәсәк.
Министр белдереүенсә, Мәскәүҙән Өфөгә һәм кире рейстар чартер менән башҡарыласаҡ. Республика эсендә уларҙы “Башавтотранс” йөрөтәсәк. Һәр коллективҡа айырым автобус тәғәйенләнәсәк.
– “Йәйғор” шифаханаһында 200 урынлыҡ обсерватор әҙерләнде. Берәй кешелә сирҙең саҡ ҡына булһа ла симптомдары асыҡланһа, ни эшләргә кәрәклек регламенты аҙымлап билдәләнде. Дөйөм алғанда, Башҡортостанға килгән һәр ҡунаҡ даими күҙәтеү һәм контроль аҫтында буласаҡ. Өфө амфитеатрында үткән концерттарға инеү махсус ҡаптар аша буласаҡ, бөтәһенең дә тән температураһы үләсәнә һәм битлек режимын үтәү тикшерелә, – тине Әминә Шафиҡова.
Министр белдереүенсә, әлеге ваҡытта сараны медицина йәһәтенән тәьмин итеү мәсьәләһе махсус контролдә. Сит илдән килгән һәр ҡатнашыусы Рәсәгә ингәнсе ПЦР тест бирергә тейеш. Уларҙы аэропортҡа ингән ерҙә тикшерәсәктәр. Бынан тыш Рәсәйгә ингәс тә, уларға ПЦР тестар яһаласаҡ. Зарарланған кеше асыҡланһа, бөтә коллектив Фольклориадала ҡатнашмаясаҡ.
Дөйөм алғанда сараға әҙерлекте өс меңдән ашыу кеше башҡара. Киң матбуғат саралары вәкилдәренән Фольклориаданы яҡтыртыу өсөн 603 ғариза алынған. Уларҙың һигеҙе сит илдән, 52-һе - федераль баҫмалар.
Кешеләр сараны асыу тантанаһын “Башҡортостан” (БЮТ) телерадиокомпанияһы, “Рәсәй24” каналдары аша ҡарай аласаҡ. “Тулҡын”, “Беренсе май” һәм “Дим” парктарында өс фан-зона булдырыласаҡ, унда өфөләр өсөн тура трансляциялар ойоштороласаҡ.
Фольклориаданы беҙҙең ил генә түгел, сит ил вәкилдәре лә рәсми сайт аша тура эфирҙа ҡараясаҡ. Улар инглиз һәм француз телдәрендә барасаҡ. МИР, ОТР, Рәсәй, РТР планета һәм башҡа телеканалдар сюжеттар күрһәтәсәк.
Фото: proural.info
Читайте нас