Фольклориада
29 Июнь 2021, 18:30

Фольклориада аша Башҡортостанды бар донъяла танырҙар

Поленов исемендәге Халыҡ ижады йорто директоры урынбаҫары Андрей Беляев фольклор фестиваленә әҙерлеккә ҡарата ниндәй фекерҙә?

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалындағы Бөтә донъя фольклориадаһына ҡағылышлы үткәрелгән брифингта Мәскәү вәкиле лә бәйләнешкә сыҡты.
Поленов исемендәге Халыҡ ижады йорто директоры урынбаҫары Андрей Беляев, Башҡортостан халыҡ-ара фольклор фестивален үткәреүгә былтыр уҡ 100 процентҡа әҙер ине, быйыл инде ул әҙерлек тағы ла юғарыраҡ, тигән инаныс белдерҙе.
Сит ил ҡунаҡтары беҙҙең республикаға Мәскәү аша килә. Унда пандемияға бәйле ниндәй һаҡлыҡ саралары күрелә һуң?
“Ауырығандар табыла ҡалһа, был осраҡта нимә эшләргә икәнен йыл дауамында өйрәнә алдыҡ. Делегациялар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса алдан уҡ иҫкәртелде. Коллективтарҙан Рәсәйгә сығырҙан ике аҙна алдан кеше менән бик аралашмауҙы һораныҡ. Барыһы ла илгә тик ПЦР-тест аша ғына үтә аласаҡ. Өфөлә был алым ҡабаттан үткәреләсәк. Хәүефһеҙлектең бар яғын хәстәрләргә тырыштыҡ”, – тине А. Беляев. Ул шулай уҡ, хәҙер, Фольклориада уңайынан, Башҡортостан тураһында донъяның күп өлөшөндә беләләр: был төрлө халыҡ мәҙәниәттәренә ҡағылышлы оло байрам сараһы республикаға үҙе тураһында сағыуыраҡ белдерергә форсат бирҙе, тип иҫәпләй.
Фото: rusfolk.ru
Читайте нас