Башҡортостанға Фольклориадаға килгән сит ил коллективтары ла уларҙы теүәл үтәргә бурыслы
Был хаҡта бөгөн “Рәсәй” медиаүҙәгендә CIOFF® -тың VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүгә әҙерлек буйынса матбуғат конференцияһы барышында әйтелде. БР мәҙәниәт министры, Фольклориаданы әҙерләү һәм үткәреү буйынса дирекция етәксеһе Әминә Шафиҡова, һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова, Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең, БР буйынса баш дәүләт санитар врачының урынбаҫары Галина Пермина, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры, Фольклориаданы әҙерләү һәм үткәреү буйынса дирекцияның башҡарыусы директоры Артур Әлибәковтар фестивалгә әҙерлек барышы, эпидемиологик хәүефһеҙлек буйынса саралар тураһында һөйләне.
– Фольклориаданы үткәреү кәрәк инеме ул, тигән һорауға яуап итеп шуны әйтергә кәрәк: уны беҙҙең республикала ойоштороу ниәте 2014 йылда уҡ барлыҡҡа килеп, тормошҡа ашыра башлағансы оҙон ете йыл үтеп тә киткән. Былтыр коронавирусҡа бәйле хәл бөтә донъяла ныҡ ҡатмарлы булыуы фестивалде кисектереп торорға мәжбүр итте. Ике йыл буйы фольклориадала ҡатнаша торған коллективтар ныҡлы әҙерлек алып барҙы, республикабыҙ коллективтары ла уны ныҡ көтә, - тине мәҙәниәт министры.
Бөтә донъя кимәлендәге ҙур мәҙәни сара барышында коронавирусҡа бәйле хәүефһеҙлек хаҡына ниндәй саралар күрелә, тигән һорау барыһын да борсой, әлбиттә. Быға яуап итеп Г.Пермина: “Роспотребнадзор Фольклориада бер ниндәй ауырлыҡһыҙ үтһен өсөн бар сараларҙы ла теүәл үтәүҙе күҙәтеп кенә ҡалмай, был эштәрҙә үҙе лә әүҙем ҡатнаша”, – тип белдерҙе һәм, эпидемиологик хәлдең көсөргәнешле булыуына ҡарамаҫтан, уны контролдә тота алабыҙ, профилактик саралар ҙа үткәрелеп тора, тип ышандырҙы. Был сараны ойоштороуға, үткәреүгә ҡағылышы булған ведомстволар менән берлектә яңы вирустың таралыуына юл ҡуймай торған профилактик саралар планы раҫланған.
Г.Зиннурова әйткәнсә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бурысы – фестивалдә ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға талап ителгән осраҡтарҙа медицина ярҙамы күрһәтеү. Өфө лә, республикабыҙҙың Фольклориада ҡунаҡтары барасаҡ 22 муниципалитеты ла быға ныҡлы әҙер.
А.Әлибәков фестивалдә ҡатнашырға тейеш илдәр менән даими бәйләнештә булыуҙары, сит ил вәкилдәренең дә эпидемиологик хәлгә бәйле һорауҙар, талаптар буйынса мөрәжәғәт итеп тороуҙары хаҡында һөйләне.
– Рәсәйҙә эпидемиологик хәлгә бәйле талаптар ныҡ ҡаты, – тине ул. – Уларҙы теүәл үтәгәндәр генә беҙҙең илгә инергә хоҡуҡлы.
Фольклориаданы асыу тантанаһы “Өфө-Арена”ла, йәғни ябыҡ бинала үтә. Ошоға бәйле хәүефләнеү ҙә бар. Бында ла аныҡ, ҡаты талаптарҙы үтәгәндәр, ҡағиҙәләрҙе күҙәткәндәр генә инә, тип тынысландырҙы Ә.Шафиҡова. Фольклориаданың башҡа саралары, концерттар асыҡ һауала үтәсәк. Бында инде халыҡты аңлы булырға һәм эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәргә саҡырырға ғына ҡала. Шул саҡта күп төрлө донъя халыҡтарының уртаҡ байрамы булған Фольклориада бөтәһенә лә тик яҡшы кәйеф бүләк итер.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: VI Бөтә донъя фольклориадаһы Өфөлә 3 июлдә башланып, 10-ына ҡәҙәр дауам итә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.