VI Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан санитар-эпидемиологиҡ хәүефһеҙлек буйынса етди саралар күрелә.
Бөгөн был сараны яҡтыртыуҙа ҡатнашҡан журналистар COVID-19-ға ПЦР-тестар бирә.
“Бер нисә көндән республикабыҙҙа донъяуи саранан ҡунаҡтар көтөлә. Беҙ федераль, төбәк, район Киң мәғлүмәт сараларының тәжрибәле, оҫта журналистарын тупланыҡ, улар үҙ эшенең оҫтаһы. Эпидемиологик талаптарҙы үтәүгә бик яуаплы ҡарайбыҙ – күп кеше йыйылған сараларға тик вакцинация үткән журналистар ғына инә ала.
1,2 июль Өфөлә генә түгел, Башҡортостандың башҡа райондарында ла бушлай ПЦР тест үтеү пункттары булдырылды”, – тине Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев.