VI Бөтә донъя фольклориадаһына бағышлап, почта конверты һәм махсус штемпель сығарылған.
Тематик конвертта халыҡ-ара фестивалдең эмблемаһы һәм “Республика Башкортостан. VI Всемирная фольклориада CIOFF® г. Уфа, 3–10 июля 2021 г.” яҙыуы бар.
Конверт “Рәсәй почтаһы” йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһының Федераль почта хеҙмәте идаралығы тәҡдиме буйынса 500 мең тираж менән сығарылған. Уларға Рәсәй буйынса ташыу тарифына тура килгән стандарт почта маркаһы ҡуйылған. Конверттар почта бүлексәләренә килгән.
Конверт менән бер үк ваҡытта күсермәле датаһы булған махсус почта штемпеле һәм VI Бөтә донъя фольклориадаһының CIOFF® эмблемаһы сығарылған. Яңы штемпель 3 июлдә “Өфө-Арена”ла уҙасаҡ халыҡ-ара фестивалде асыу тантанаһы алдынан почта әйләнешенә индереләсәк, унда почта тауарын махсус ҡуйыу буласаҡ. Сара бөткәс, Рәсәй почтаһы клиенттары махсус штемпелдең оттискын 450000 почта бүлексәһендә эш ваҡытында ҡуя ала.
“Фольклориадаға бағышланған конверт һәм штемпель сығарыу халыҡ-ара фольклор фестиваленең 25 йыллыҡ тарихында Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең баһаһын билдәләгән айырым ваҡиғаға әйләнәсәк”, – тине Башҡортостандың федераль почта хеҙмәте идаралығы директоры Ирек Ғәлимов.