Фольклориада
2 Июль 2021, 10:30

Бар мәғлүмәт усҡа һыя

Тамашаларҙың үтеү урыны, ваҡыты, баш ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындары - Бөтә донъя фольклориадаһы хаҡындағы бар мәғлүмәтте мобиль гид аша белергә була.

Бөтә донъя фольклориадаһы хаҡындағы бар мәғлүмәтте мобиль гид аша белергә була. Бының өсөн махсус һылтанма аша үтергә генә кәрәк.
Башҡортостанда 3-10 июль үтәсәк VI Бөтә донъя фольклориадаһы хаҡындағы көнүҙәк мәғлүмәт менән танышыу өсөн һылтанма: https://folkloriada.online .
Бында концерттарҙың ваҡыты, урынынан тыш, баш ҡала ҡунаҡтары өсөн иҫтәлекле урындар тураһындағы мәғлүмәт тә тупланған.
Сараның һуңғы яңылыҡтары ла мобиль гид ярҙамында яҡтыртылып барасаҡ.
Ҡулланыусыларға уңайлы булһын өсөн, мобиль гид телефондарға ҡушымталар рәүешендә лә эшләнгән. Үрҙә күрһәтелгән һылтанма аша үтеп, QR-код ярҙамында гидты телефондарға ҡуйып алырға мөмкин.
Читайте нас