Башҡортостандың баш ҡалаһында VI Бөтә донъя фольклориадаһы сараларын үткәреү айҡанлы, ошо ялдарҙа ҡайһы бер урамдар өлөшләтә ябылып, йәмәғәт транспортының йөрөү юлы ваҡытлыса үҙгәреп тора.
Фестиваль асылған көндө, йәғни 3 июлдә, төнгө 12-нән алып 4 июлдә киске 8-гә ҡәҙәр Театр урамында Пушкин урамынан алып З.Вәлидигә тиклем арала хәрәкәт сикләнә. 4 июлдә көндөҙгө 1-ҙән башлап төнгө 12-гә хәтлем З.Вәлиди урамында – Совет урамынан алып Ғафуриға тиклем, Перовский һәм Яр буйы (Набережная) урамы буйлап Сочи урамына ҡәҙәр хәрәкәт ябыла.
11 июлгә тиклем “Торатау” конгресс-холы яғындағы туҡталҡа эшләмәй.
Былар юл хәрәкәтенең, фестивалдә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итер өсөн эшләнә.
Бынан тыш, Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарына уңайлылыҡ булдырыр өсөн, өҫтәмә автобустар ебәрелә. 4–10 июлдә “Пушкин” сауҙа комплексы (Пушкин урамы, 35а) яғында “Башавтотранс”тың 40 автобусы һәм 110 башҡа милектәге транспорт тупланып торасаҡ. Улар Дим, Инорс, Затон, Сипайлово, Йәшел сауҡалыҡ һәм Черниковка биҫтәләренә пассажирҙар ташыясаҡ. Автобустар Пушкин урамындағы М.Ғафури скверынан ҡуҙғала.
Һүрәттә автобустарҙың хәрәкәт итеү юлындағы үҙгәрештәр күрһәтелгән.
Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.