Фольклориада
2 Июля 2021, 12:00

Фольклориада күренештәрен фотоға, видеоға төшөр ҙә, айфон от!

Шарттары ниндәй?

Иртәгәнән алып Башҡортостан донъяның мәҙәни үҙәгенә әүерелә – Өфөлә һәм республиканың 22 районында VI Бөтә донъя фольклориадаһы үтә. Республика халҡы өсөн шәп мөмкинлек – үҙенсәлекле тамашаларҙы ҡарап кинәнеүҙән тыш, һәр кем уларҙы фотоға, видеоға төшөрөп, Iphone 12 йәки iPad ота ала.
Бының өсөн материалдарҙы "Фейсбук", "Бәйләнештә" селтәрҙәренә #folkloriada2021online хештегы менән ҡуйырға кәрәк.
Еңеүсе лайктар һаны менән билдәләнә.
Бәйге һөҙөмтәләре 10 июлдән һуң билдәле була.
Бөтә донъя Фольклориадаһы хаҡында һуңғы яңылыҡтар: https://vk.com/folkloriada2021
Читайте нас