VI Бөтә донъя фольклориадаһында бөтөнләй башҡа материктарҙан булған ил вәкилдәре лә, ғүмер баҡый Рәсәй менән иңгә-иң терәшеп йәшәгән күрше дәүләттәрҙән килгән кешеләр ҙә ҡатнаша.
Шуларҙың береһе – Беларусиянан килгән ижади коллектив. Уларҙан “Фольклориадаға ниндәй тамаша әҙерләнегеҙ?” тип һорағас, “Барыһын да үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрергә тейешһегеҙ”, – тинеләр серле итеп.
Минск өлкәһе Барановичи ҡалаһынан килгән Александр тәү сиратта Өфөнөң таҙалығына иғтибар иткән.
“Башҡортостанда мин беренсе тапҡыр. Өфөнөң шундай таҙа ҡала икәнлеген көтмәгәйнем. Барыһы ла, Минск бик таҙа, бөхтә ҡала, тиҙәр. Өфөнөң дә шулай булыуы беҙҙе шатландырҙы, хатта ғәжәпләндерҙе. Барыһы ла заманса, барыһы ла шундай матур, ә кешеләре алсаҡ та, тыныс та. Бар яҙыуҙарҙың, алтаҡталарҙың башҡортса ла, русса ла булыуы шәп, һоҡландырҙы. Башҡорт мәҙәниәтенең үҫеүе, сәскә атыуы әллә ҡайҙан күренеп тора".
“Башҡорт телен ишетеү уңайы тейҙеме?” – тип һораным Александрҙан.
“Эйе, ҡунаҡханала телевизорҙы тоҡандырып БЮТ каналын ҡараныҡ. Башҡорт теленең славян телдәре менән бер уртаҡлығы ла юҡ. Миңә уны өйрәнеүе ҡыйын булыр ине”, – тип яуап бирҙе ул.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.