Фольклориада
3 Июля 2021, 11:50

"Ғашиҡ булдыҡ!"

Фольклориада ҡунаҡтары башҡортса бер-ике һүҙ ҙә әйтергә өйрәнде. Чили дәүләтенән килгән бейеү коллективы көтмәгәндә ошолай тип тә белдерҙе...

VI Бөтә донъя фольклориадаһы Башҡортостанды бар Ер шарына танытты. Быға тиклем республикабыҙ, башҡорт халҡы, уның мәҙәниәте хаҡында бер ни ҙә белмәгәндәр бөгөн килеп телебеҙҙе ишетеп, башҡорт моңдарын көйләп кенә ҡалмай, башҡортса бер-ике һүҙ ҙә әйтергә өйрәнде.
"Өфө-Арена"ға йыйылған Фольклориада илдәре вәкилдәре араһында Чили дәүләтенән килгәндәр ҙә бар. Көньяҡ Американан булған был илдән донъяуи сарала бейеү коллективы ҡатнаша. Уларҙың етәксеһе хәбәр итеүенсә, ижади коллектив халыҡ бейеүҙәре менән сығыш яһай, Фольклориада уңайынан сағыу тамаша әҙерләгәндәр.
Республикабыҙға, Өфөгә тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан ҡунаҡтарҙан Башҡортостаныбыҙ хаҡында нимә уйлауҙары менән ҡыҙыҡһындым.
“Башҡортостанға ла, уның халҡына ла ғашиҡ булдыҡ!” – тинеләр Чили ҡунаҡтары һәм был мөмкинлек өсөн Бөтә донъя фольклориадаһына бар йөрәктән рәхмәт белдерҙеләр.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас