VI Бөтә донъя фольклориадаһына ҡырҡҡа яҡын илдән йыйылған вәкилдәр араһында ҡәрҙәш халыҡтар янынан тыныс ҡына уҙып буламы ни?
Күҙ яуын алырлыҡ милли кейемдәрҙә торған, үҙебеҙҙең башҡорт һылыуҙарына тартҡан гүзәл ҡаҙаҡ ҡыҙҙары иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте, артабан Ҡаҙағстан вәкиле Дархан Рәхимғәлиев менән бер аҙ фекер алышыу бәхете тейҙе.
- Башҡорт менән ҡаҙаҡтың телдәре, мәҙәниәте үҙ-ара оҡшаш. Ошо йәһәттән шәхси күҙәтеүҙәрегеҙҙән сығып ниндәй параллелдәр килтерер инегеҙ?
- Һеҙҙең милли ҡоралығыҙ ҡурай ҡаҙаҡ фольклорында йыш осрай. Башҡортостанда уҡыған беҙҙең музыканттарыбыҙҙың барыһы ла тиерлек был музыка ҡоралында уйнарға өйрәнә. Һыбыҙғы, думбыра һәм башҡа музыка ҡоралдары ике халыҡҡа уртаҡ. Телебеҙ оҡшашлығы хаҡында әйтергә кәрәк микән?
- Ысынлап та, уртаҡлыҡтар күп. Былар һеҙҙе ҡасандыр беҙҙең халыҡтар бер тамырҙан булған тигән уйға этәрмәйме?
- Беҙҙең “Төрки яугирҙәр” тигән бейеүебеҙ бар. Һәм ул төрки халыҡтарҙың барыһы ла сағылдыра. Бетховендың бер симфонияһында әйтелгәнсә, планеталағы бар кешеләр ҙә – туғандар.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.