Фольклориада
3 Июль 2021, 15:20

Башҡортостан донъя мәҙәниәте бишегенә әйләнде

Лилиә Ғүмәрова: "VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу урыны тип тап Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың билдәләнеүе ҙур әһәмиәткә эйә".

Федерация Советы ағзаһы Лилиә Ғүмәрова белдереүенсә, Бөтә донъя фольклориадаһын дүрт йылға бер тапҡыр үткән Олимпия уйындары менән сағыштырырға мөмкин.
"Киң машстаблы мәҙәни форумды үткәреү өсөн төрлө илдәр үҙ-ара көрәште тиһәк тә була, әммә VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу урыны тип тап Башҡортостан һәм Рәсәйҙең билдәләнеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөн беҙ, ниһайәт, донъяның 37 иленән ҡунаҡтарҙы ҡабул иттек. Коронавирус пандемияһына бәйле, фестиваль саралары бөтә хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәп ойошторолған.
Мин дә башҡалар менән бергә сит ил ҡунаҡтарын "Өфө-Арена" боҙ һарайында ҡаршыланым. Барыһының да күңеле күтәренке, күптәре махсус рәүештә рус йырҙарын өйрәнгән, башҡортса сәләмләү өсөн ҡайһы бер һүҙҙәрҙе ятлаған. Ысын мәғәнәһендә дуҫлыҡ мөхите хөкөм итә.
Башҡортостан донъя мәҙәниәте бишегенә әйләнде. Халыҡ ижады һәм фольклор - беҙҙең тарихыбыҙ, быуындарҙы быуынға тоташтырыусы рухи күпер. Халыҡ мираҫын быуаттарҙан быуаттарға еткереп, беҙ күп милләтле мәҙәниәтте Рәсәйҙә генә түгел, тотош планета кимәлендә һаҡлайбыҙ", - тине сенатор.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас