Фольклориада
3 Июль 2021, 17:00

"Был Фольклориада - иң яҡшыһы!"

Бөгөн VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһынан һуң етәкселәр журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Бөгөн VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһынан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, CIOFF президенты Филипп Боссан һәм CIOFF-тың Рәсәй милли секцияһы президенты, В. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртовалар журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Иң башта Радий Хәбиров тантананан алған тәьҫораттары менән бүлеште. “Үҙ ғүмеремдә күп сараларҙы күрһәм дә, бөгөнгө шоу иң сағыуы ине. Ул юғары интеллектуаль кимәлдә әҙерләнгән. Тарихыбыҙ, халыҡтар дуҫлығы, илебеҙҙә, донъяла йәшәгән кешеләр татыулығы – ошо хаҡта еткергебеҙ килде, – тине ул. – Был беҙгә еңел бирелмәне. Биш йыл буйы әҙерләнеп, һуңғы ике йылда был әҙерлек бер туҡтамай барҙы тиергә мөмкин”.
Республика Башлығы Фольклориаданың халыҡ дипломатияһы икәнен; был замана шарттарында, тиҫкәре күренештәр күп булғанда, бының ныҡ мөһимлеген хәтергә төшөрҙө. ”Беҙҙе айырып торған сиктәргә ҡарамаҫтан, беҙ бөтәбеҙ ҙә – кешеләр, һәм беҙ тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәргә теләйбеҙ”.
Ф. Боссан да бөгөнгө тамашанан һоҡланыу тойғоһо кисергәнен еткерҙе: “Биш йыл буйы республика етәкселеге менән был сараны үткәреү өсөн татыу эшләнек. Өфө икенсе йортома әйләнде, тиһәң дә була. Асыу тантанаһы ғәжәйеп булды. Мин дүрт тапҡыр ошондай сарала ҡатнаштым. Һәм ысын күңелдән әйтәм: бөгөнгөһө иң яҡшыһы! Хатта күҙемдән йәш атылып сыҡты.
Пандемия тураһында онотҡо килә, әлбиттә... Ҡатмарлылыҡтарға ҡарамаҫтан, 37 илдең делегацияһын килтерә алдыҡ, был ҙур уңыш. Улар барыһы ла ҡабатланмаҫ мөхит тыуҙырыуға үҙ өлөшөн индерҙе”.
CIOFF президенты, пандемияға ҡарамаҫтан, был Фольклориаданың тарихтағы иң шәбе булырына тәрән ышаныс белдерҙе. “Ойоштороусыларға – браво! Республикаға – браво! Рәсәй Федерацияһына ла – браво!" тип әйтке килә”.
Т. Пуртова Башҡортостандың Фольклориаданы ойоштороу кимәленә ғәйәт юғары баһа бирҙе: “Беҙ, Башҡортостанды күҙ уңында тотам, әлегә тиклем күргән Олимпия уйындарын да уҙҙырып ебәрҙек, – тине ул. – Өфө бөгөндән Олимпиаданы ҡабул итә ала – һәм бар донъя һоҡланып торасаҡ”.
Тамара Валентиновна республика Башлығына рәхмәт белдерҙе. “Ҡараңғы, ҡараңғы, тип торғансы, ут ҡабыҙырға мөмкин. Бының өсөн көс, ихтыяр көсө, яуаплылыҡты иңгә ала белеү кәрәк. Башҡортостан Башлығы булмаһа, был тауҙы еңә алыр инекме икән – икеле. Баш эйәм! Уңыштар беҙгә! Барыһы ла яҡшы буласаҡ, быға иманым камил”.
“Был замандағы донъяла Фольклориада кеүек оло халыҡ-ара саралар ниңә кәрәк тип иҫәпләйһегеҙ?” тигән һорауға республика етәксеһе өҫтә әйткән фекерҙәрен ҡабатлап, инглизсә лә яуап бирҙе.
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас