Фольклориада
3 Июль 2021, 11:10

"Һеҙ - бик алсаҡ, изге күңелле халыҡ!"

VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтары нимәләр һөйләй?

VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтары Башҡортостандан, Өфөнән алған тәүге тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

Бөтә донъя фольклориадаһы башланыуға һанаулы ғына минуттар ҡалды. "Өфө-Арена" сит ил ҡунаҡтары менән тулғандан-тула бара. Уларҙың барыһы ла журналистар менән ихлас аралаша, тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

"Һеҙ - бик алсаҡ, изге күңелле халыҡ!" - тине Коста Рика вәкиле Хьюго.

Ул һөнәре буйынса музыка уҡытыусыһы икән. Башҡортостан, башҡорттар хаҡында Фольклориада арҡылы тәү тапҡыр ишеткән.

"Был сара халыҡтарҙың мәҙәниәтен бер-береһенә танытыу өсөн шәп мөмкинлек", - тине ул.

Йософ Мамидов Азербайджандан. Ул Өфөлә һуңғы тапҡыр 30 йыл элек булған. Ошо арауыҡ эсендә ҡала бик матурайған, тип белдерҙе һәм Фольклориаданың халыҡтар дуҫлығын нығытыуға ҙур аҙым булыуын да билдәләне.

Автор фотоһы.

Читайте нас