Фольклориада ҡунаҡтары "Өфө-Арена"ға килә тора, бында күтәренке, көр кәйеф хөкөм һөрә. Сит ил ҡунаҡтарын туған моңдары ҡаршылай, улар барыһы ла шәп, ҡәнәғәт кәйеф менән ҡаршылаусыларҙы сәләмләй. Делегаттарҙы ирекмәндәр ҡаршылай, бар санитар-эпидемиология талаптары күҙәтелә.
Ирекмәндәр араһында М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары ла бар. Улар тотош курстары менән оло, мәртәбәле сарала ҡатнаша.
- Беҙ тәүге тапҡыр үҙебеҙҙе был сифатта һынайбыҙ, - ти Зәлиә Алтынбаева, Бөрйән ҡыҙы. - Алдан әҙерлек үттек. Төрлө урындарға бүленеп, ҡунаҡтарға ярҙам итәбеҙ.
Фольклориада бөткәнсе ошо эште башҡарасаҡбыҙ. Бындай ҙур сара эшмәкәрлегендә яҡындан ҡатнашлыҡ күрһәтә алыуыбыҙға бик ҡыуанабыҙ.
Буранбай Ҡолмөхәмәтов та - Зәлиәнең курсташы. Ул да тәьҫораттары менән ихлас бүлеште.
- Фольклориадала ҡатнашыу оҡшай. Бөгөн беренсе көнө генә әле, сит ил ҡунаҡтары менән яҡынданыраҡ танышып та бөтөрбөҙ тип уйлайым. Фольклориаданың Башҡортостанда үтеүе республикабыҙ өсөн ҙур уңыш, уны донъяға танытыр, имиджын күтәрер өсөн ифрат мөһим сара, - тип иҫәпләй Буранбай. - Беҙҙең халҡыбыҙ ижады, тарихы ғәйәт бай, фестиваль ҡунаҡтары уның менән таныша, үҙҙәре өсөн беҙҙең милләтте аса аласаҡ. Бөтә донъя фольклориадаһы ошо яҡтан да баһалап бөткөһөҙ мәғәнәгә эйә.