Фольклориада
3 Июля 2021, 16:30

Поляктар Өфөгә тағы ла килергә ниәтләй

Польшанан килгән ҡунаҡтар, “Московия” бейеү төркөмө солистары ниндәй тәьҫораттары менән уртаҡлашты?

Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн, 3 июлдә, Өфөлә 6-сы Бөтә донъя фольклориадаһы иҫ киткес сағыу тамаша менән асылды. Башҡорттоң мәңгелек “Урал батыр” эпосынан тулҡынландырғыс урындар, Рәсәйҙең төрлө милләтле халҡының бай мәҙәни мираҫын күҙ алдына баҫтырған сәхнә күренештәре сит илдән килгән ҡунаҡтарҙа ҡабатланмаҫ тәьҫораттар уятты. Залдағылар беҙҙең артистарҙы дәррәү алҡыштар менән дә, аяғүрә баҫып та сәләмләне.
Бөгөнгө “Өфө-Арена”лағы мөхитте һүҙҙәр менән генә аңлатып бөтөп тә булмайҙыр. Донъяның төрлө илдәренән йыйылған төрлө ҡиәфәтле, төрлө ғөрөф-ғәҙәтле кешеләрҙе уртаҡ байрам хисе, фольклор Олимпиадаһында ҡатнашыуҙан тыуған хис-тойғолар солғанышы берләштерҙе. Бында, үҙеңдең ниндәй төҫтә булыуыңа, ниндәй телдә һөйләшеүеңә ҡарамаҫтан, бар кешелеккә ҡәрҙәшлегеңде тойоуҙан барлыҡҡа килгән берлек, уртаҡлыҡ хисе хөкөм һөрә ине.
Сит ил ҡунаҡтары беҙҙең Өфөбөҙҙән алған кисерештәре менән уртаҡлашты, улар - ихлас йөрәктән, ысын күңелдән сыҡҡан һүҙҙәр. Польшанан килгән ҡунаҡтар, “Московия” бейеү төркөмө солистары:
– Беҙ, ғөмүмән, Рәсәйҙә, Башҡортостанда беренсе тапҡыр. Баш ҡалағыҙҙың күреп өлгөргән урындары ғына ла уның ныҡ матур, таҙа икәненә инандырҙы. Тағы ла күп ерҙә булып өлгөрөргә ине. Киләсәктә Өфөгә тағы килергә уй бар, – тип белдерҙе.
Ҡунаҡтарға Фольклориаданы тантаналы асыу тамашаһы ғәйәт оҡшаған.
– Беҙ әлегеләй ҙур, мәртәбәле сарала тәүге тапҡыр ҡатнашабыҙ, тәьҫораттар иҫ киткес. Ошондай халыҡ-ара сарала булыу ғорурлыҡ тойғоһо бирә, күңелде үҫтерә, – тине улар. – Таныштарға, яҡындарға ла ҡайтҡас Өфө тураһында һөйләп, бында килеп һеҙҙең халыҡтың мәҙәниәте менән танышып ҡайтырға кәңәш итәсәкбеҙ.
Автор фотолары.
Читайте нас