Фольклориада
3 Июль 2021, 11:30

Рухи-мәҙәни мираҫыбыҙ - төп байлығыбыҙ

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин VI Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусыларға ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин республика Башлығы Радий Хәбиров адресына VI Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусыларға ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе:
"Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Өфө ҡалаһында асылған Бөтә донъя фольклориадаһы менән тәбрик итеүемә бик шатмын. Фестивалдең тап күп милләтле Башҡортостан ерендә, ҡунаҡсыл төбәктә, төрлө милләт халҡы һәм диндәре үҙ-ара татыу, берҙәм булған республикала үтеүе юҡҡа түгел. Беҙҙең уникаль тарихыбыҙ, рухи-мәҙәни мираҫыбыҙ - дәүләтебеҙҙең төп байлыҡтары. Халҡыбыҙҙың бай сәнғәте, мәҙәниәте, быуындан быуынға күсеп килгән сағыу фольклор коллективтары, талантлы башҡарыусыларыбыҙ, оҫта ҡуллы һөнәрмәндәребеҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.
Форумдың йылы мөнәсәбәттә, бер-берегеҙгә ҡарата ихтирам, дуҫлыҡ мөхитендә үтеренә, төрлө илдән килгән артистар, музыканттар, сәнғәт оҫталарында онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырырына ышанам".
Фото: Кремль сайты.
Читайте нас