Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһы алдынан "Өфө-Арена" боҙ һарайында фестиваль эмблемаһы төшөрөлгән почта конвертын махсус файҙаланыуға тапшырыу сараһы үтте. Унда Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы президенты Филипп Боссан, республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Федерация Советының Фән, Мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ҡатнашты.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ҙур сара уңайынан почтала ҡулланыуға фестиваль эмблемалы махсус конверт сығарылды. Уларға штемпелдең беренсе мисәттәрен Филипп Боссан, Радий Хәбиров һәм Лилиә Ғүмәрова ҡуйҙы. Сарала ҡатнашыусылар донъяның һәр ҡитғаһына "Өфө-Арена" боҙ һарайынан уникаль конверттарҙы ебәреү мөмкинлеге алды.
Фольклориада эмблемаһы булған почта конверты 500 мең тираж менән баҫылған һәм Рәсәй почтаһы бүлексәләренә таратылған. Продукцияны махсус штемпель менән баҫыу 3-10 июлдә генә мөмкин буласаҡ. Фольклориада барышында был конверттарға хат һалып, төрлө илдәргә ебәреп ҡалығыҙ.