Фольклориада
3 Июль 2021, 18:00

“Тылсымлы донъя был!”

Парагвай ҡыҙҙары бөгөнгө сағыу тантананан сикһеҙ тәьҫораттар алып, фекерҙәрен әйтергә һүҙ ҙә таба алмай торҙо.

Парагвай Республикаһы – Көньяҡ Американың үҙәгендә урынлашҡан ил. Уның тәбиғәте гүзәл, бихисап милли парктар һәм тәбиғәтте һаҡлау зоналары урынлашҡан. Ил ҡыҙыҡлы архитектура ҡомартҡыларына ла бай.
Фольклориадаға ошо эҫе илдән килгән бейеү төркөмө ҡыҙҙары республикабыҙҙың баш ҡалаһынан, бөгөнгө сағыу тантананан сикһеҙ тәьҫораттар алып, фекерҙәрен әйтергә һүҙ ҙә таба алмай торҙо хатта.
– Тылсымлы донъя был! – тине улар, ҡулдарын йөрәк тәңгәленә ҡаушырып. – Ошондай ҙа сағыу, гүзәл тамашаны тәүгә күрҙек, хистәрҙе әйтеп бөтөргә һүҙҙәр етмәҫ, моғайын.
Өфөгә килгәндә, ҡала ла күңелдәрендә йылы тойғолар уятҡан.
– Салауат Юлаев майҙаны, башҡалары – һеҙҙә һәйкәлдәр ҙә, биналар ҙа шундай бейек, матур! – ти парагвайҙар. – Беҙҙә ундай ҙур статуялар булмағанға, айырыуса иҫебеҙ китте. Ҡала шундай таҙа, сәскәләргә күмелгән, халыҡ алсаҡ!
Хис-тойғоға бай ҡыҙҙар кемуҙарҙан баш ҡалабыҙға һоҡланыуын еткерә, ойоштороу кимәленең иҫ киткес юғары икәнен билдәләй.
– Рәхмәт йөҙөнән, һеҙгә тиҙерәк үҙ бейеүҙәребеҙҙе күрһәтке килә, – тиҙәр. – Ҡайтҡас, ҡунаҡсыл халҡығыҙ, матур, бай мәҙәниәтегеҙ тураһында иҫебеҙ китеп һөйләрбеҙ инде. Иң беренсе һүҙҙәребеҙ шул булыр: иҫ киткес кимәл, иҫ киткес мөхит, иҫ киткес йылы мөғәмәлә!
Автор фотолары.
Читайте нас