Фольклориада
4 Июль 2021, 09:00

Ҡатын-ҡыҙға һәм уңышҡа нисек дан йырлана?

Яуап - VI Бөтә донъя фольклориадаһына Африкалағы Бенин дәүләтенән килгән Марсель Жюнондан.

Бөгөн VI Бөтә донъя фольклориадаһы барышында Башҡортостан Милли музейында асылған "Донъя халыҡтары маскалары" күргәҙмәһендә Камерун, Коста-Рика, Чили, Эквадор, Эстония һәм башҡа дәүләттәрҙән килтерелгән 24 уникаль маска тәҡдим ителгәйне. Шулар араһында иң сағыуы, моғайын, Африкалағы Бенин дәүләтенән килгән ҡунаҡ Марсель Жюнон булғандыр.
Үҙенсәлекле костюм кейгән Марсель Жюнон Бениндан алып киленгән маска-костюм эргәһенә килеп торҙо ла һәр ҡыҙыҡһыныусыға уның хаҡында һөйләне.
"Көҙгө уңыш йыйыу мәленән һуң үткәрелгән байрамға кейелә ул. Маска ағастан һыҙып эшләнелгән. Уны мотлаҡ сағыу кейем менән кейәләр. Был масканы кейеп бейеү – ҡатын-ҡыҙға һәм йыйған уңышҡа дан йырлау ул", - тип һөйләне Марсель.
Әйткәндәй, ул үҙ ғүмерендә өсөнсө фольклориадала ҡатнаша. Тәүгеһендә – Японияла, икенсеһендә Мексикала үткәнендә булған.
"Башҡортостандағы сара пандемия сәбәпле кисектерелгәс, бик ҡайғырҙым. Быйыл ҡаршылыҡ булмауына шатмын. Ауырлыҡтар беҙҙе ҡаҡшатмай ул. Республика бик яҡшы кәйеф менән ҡаршы алды. Әлеге сарала ҡатнашып, үҙ илемдең вәкиле булып йөрөүем менән ғорурланам", - тине Марсель.
Музейға килеүселәр бөгөндән 9 июлгә тиклем маскаларҙы күреп, экспонаттың тарихы, фотоматериалдар менән танышыу мөмкинлегенә эйә.
Фотолар: Айрат Нурмөхәмәтов.
Читайте нас