Фольклориада
4 Июль 2021, 10:50

Ирекмән Ирина нимәнән ҡурҡҡан?

Мөләйем, ярҙамсыл ҡыҙ, Пятигорск ҡалаһында тәржемәсе булып эшләгән Ирина Колесниченко менән һөйләшеү мөмкинлеге тыуҙы.

Ирекмәндәр араһынан “Фольклориада-2021” сараһында ҡатнашҡан мөләйем, ярҙамсыл ҡыҙ Ирина Колесниченко менән өс минут һөйләшеп алыу мөмкинлеге тыуҙы.
Ул Пятигорск ҡалаһында инглиз һәм немец телдәренән тәржемәсе булып эшләп йөрөй. Сығышы менән Силәбе ҡалаһынан.
"Өфө Силәбегә әллә ни алыҫ булмаһа ла, бер тапҡыр ҙа килгәнем юҡ ине. Башҡортостанда донъя кимәлендәге ҙур сара – фольклориада үтеүе тураһында ишеткәс, ирекмән булып барырға теләк белдерҙем. Әммә сара кисектерелде. Әлбиттә, пандемия индергән үҙгәрештәр – тәү сиратта ҡатнашыусыларҙың һаулығын ҡайғыртыу ине. Быйыл да сара булмаҫ тип ҡурҡҡайным. Шулай ҙа ҡаршылыҡтар артта ҡалды. Беҙ бөгөн Өфөлә. Миңә иң оҡшағаны Ағиҙел буйлап теплоходта йөрөү булғандыр. Тағы бер тапҡыр иркенләп килергә хыялланам.
Ҡунаҡтарға килгәндә, барыһы ла ҡәнәғәт. Ҡатнашыусылар әле арыманы, шуға бар сараларҙа әүҙем ҡатнаша, ентекләп ҡарай, өйрәнә. Әлбиттә, һәр милләттең үҙ аш-һыуы була. Ниндәйҙер аҙыҡ-түлек ят булып күренеүе ихтимал. Мин оҙатып йөрөгән төркөмгә, мәҫәлән, ҡарабойҙай ашы ят булып тойолдо. Тәҡдим ителгән башҡа ризыҡҡа өҫтөнлөк бирҙеләр. Айырыуса милли аштар күңелдәренә хуш килде", - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ирекмән Ирина.
Автор фотоһы.
Читайте нас