Мехиконан килгән ҡунаҡтар Яджария Грация менән Даниэль Авила сағыулығы, ихласлығы менән иғтибарҙы шунда уҡ йәлеп итә. Кеҫәләренән төрлө сувенирҙар, кәнфиттәр таратып, байрам кәйефе өләшеп йөрөнөләр.
Яджария Грация – инглиз теле уҡытыусыһы. 8 – 12 йәшлек балаларға белем бирә.
"Миңә ҡала бик оҡшаны. Икенсе килһәм, "Өфө-Арена" майҙанынан Салауат Юлаев майҙанына тиклем аҙашмайынса, кешенән юлды һорамайынса, үҙем барып етә аласаҡмын. Балалар мәктәпкә яңы уҡыу йылына килеү менән Башҡортостан, Рәсәй тураһында һөйләрмен. Фольклориада-2021 - ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ сара. Уны асыу тантанаһы айырыуса матур булды. Йырҙары күңелгә үтеп инде.
Һөнәрем - уҡытыусы, илемдең мәҙәниәте, йолалары менән бала саҡтан ҡыҙыҡһынам. Айырыуса бейеү оҡшай. Даниэль менән Өфө халҡын, фестиваль ҡунаҡтарын беҙҙең бейеүҙәр менән ҡыуандырасаҡбыҙ. Башҡортостандан да ансамбль репертуарына берәй бейеү алып ҡайтырбыҙ әле. Башҡорт ҡыҙҙарының талғын хәрәкәттәре миңә бик оҡшаны", - ти Яджария.