Фольклориада
4 Июль 2021, 17:00

"Ысынлап ғашиҡ булдым!"

Брест өлкәһенән килгән Евгения Шеховцева сәскәләрҙән үрелгән, белорус ҡатын-ҡыҙҙары яратып кейгән таҡыяны эшләргә өйрәтте.

"Фольклориада йөрәге" халыҡ-ара кәсепселәр күргәҙмәһендә 19 илдән 40-лап һөнәрмән ҡатнашты. Улар араһында Белорусия ҡунағы Евгения Шеховцова ла (фотоһүрәттә һулда) бар. Эргәһендәге сигелгән, биҙәлгән әйберҙәр янында бөгөнгө көнүҙәк әйбер – битлектәр ҙә бар.
Евгения – мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәре, Брест өлкәһенең Барановский районы Мончадь ауылы мәҙәниәт йортонда инде 30 йыл буйы хор етәксеһе булып эшләй.
Уның әсәһе лә, ҡыҙы ла бар күңелен биреп сигеү менән булыша. Кейемде, көнкүреш әйберҙәрен биҙәкләү – уларҙың яратҡан ғаилә шөғөлө. Өҫтәлендә иғтибарҙы йәлеп иткән, иң беренсе күҙгә ташланған әйбер – ул, әлбиттә, белорус ҡатын-ҡыҙҙары яратып кейгән сәскәләрҙән үрелгән таҡыя. Евгения бөгөн теләүселәрҙе уны тап белорустарса эшләргә өйрәтте.
"Мин Башҡортостанға ысынлап ғашиҡ булдым! – ти Евгения. – Рәсәйҙең иң матур, иң ҡунаҡсыл төбәктәренең береһелер ул. Башҡорт халҡын үҙем өсөн астым, мәҙәниәтегеҙгә, уның байлығына, тәрәнлегенә һоҡландым".
Автор фотоһы.
Читайте нас