Фольклориада
5 Июль 2021, 08:00

Бөгөн кемдәр сығыш яһаясаҡ?

VI Бөтә донъя фольклориадаһы уңайынан бөгөн Өфөлә ниндәй саралар көтөлә, үткән ваҡиғалар яҙмаларын ҡайҙан ҡарарға? Һылтанмаларын тәҡдим итәбеҙ.

Башҡортостанда бөтөн ил халҡы күптән көткән уникаль фольклор байрамы дауам итә.
Бөгөн "Торатау" конгресс-холы амфитеатрында - "Фольклориада йөрәге" фестиваленең сираттағы көнө. Сәхнәлә бөтөн донъянан ижади коллективтар сығыш яһаясаҡ. Махсус ҡунаҡтар - Ырымбур дәүләт академия рус халыҡ хоры, Тина Кузнецова һәм Zventa Sventanaфолк-проекты. Трансляция 18.00 сәғәттә БЮТ телеканалында, "Бәйләнештә" социаль селтәрендә - https://vk.com/wall-27097047_257837, шулай уҡ VI Бөтә донъя фольклориадаһы сайтында - folkloriada2021.com күрһәтеләсәк.
Фестивалдең быға тиклемге сағыу ваҡиғаларын ҡарамай ҡалһағыҙ, ошо һылтанмалар буйынса инеп шаһит булырға мөмкин:
VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһы - https://vk.com/bash_tv?w=wall-27097047_257485
VI Бөтә донъя фольклориадаһы парады - https://vk.com/bash_tv?w=wall-27097047_257652.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас