Ете ил – Эстония, Хорватия, Бенин, Һиндостан, Парагвай, Азербайжан, Чили дүртөйлөләрҙе үҙҙәренең мәҙәни ҡеүәте менән таныштыра. Саралар яңыртылған район мәҙәниәт йорто майҙансығында бара.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов сәләмләне.
– Һеҙҙе ҡунаҡсыл, күп милләтле, изге Дүртөйлө ерендә сәләмләүемә шатмын, – тине ул. – Бөгөн Башҡортостан Республикаһы донъя фольклоры үҙәгенә әүерелде. Дүртөйлө районының да Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү майҙансыҡтарының береһе булыуына сикһеҙ ҡыуанабыҙ. Беҙҙә ун милләт вәкиле дуҫ һәм татыу йәшәй.
Риф Сәғәҙәтулла улы сит ил коллективтарына иҫтәлеккә сәнғәт мәктәбендә яһалған үҙенсәлекле сувенирҙарҙы тапшырҙы.
Һәр ил вәкилдәре бай концерт программаһы әҙерләгән. Дәртле бейеүҙәр, моңло йырҙар, сағыу кейемдәр берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Ә интерактив майҙансыҡта Фольклориадала ҡатнашыусылар оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, күргәҙмәләр ойошторҙо. Балалар өсөн уйын майҙансыҡтары эшләне.
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.