VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһында “Торатау” амфитеатрында Һиндостандың CIOFF® Милли секцияһындағы “Эмирабад” милли бейеү коллективы сығыш яһаны. Колоритлы тышҡы ҡиәфәттәре, сағыу костюмдары һәм биҙәүестәре арҡаһында һиндтар делагацияһы тамашасыларҙың һөйөүен яулап та өлгөрҙө.
Төркөм етәксеһе Чайтанья Даве коллективы "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына ошолар тураһында һөйләгән:
“Беҙҙең ансамбль профессиональ һанала, ул Гуджарат штатының Мәҙәниәт департаментына инә. 20 йыл эсендә коллектив 30 илдә булды. Һуңғы дүрт йыл эсендә беҙҙе илдең иң яҡшы төркөмө тип танынылар, үҙебеҙҙең ҡалала төрлө жанрҙарҙа сығыш яһаған берҙән-бер коллектив булып торабыҙ. Милли бейеүҙәр ҙә башҡарабыҙ, урам бейеүҙәрен дә бейейбеҙ. Беҙҙең арала профессиональ музыканттар һәм йырсы бар, студенттар ҙа сығыш яһай".
Ансамблдең программаһына атаҡлы дандьярас бейеүе лә инә. Ул Кришне аллаһына бағышлана, унда милли ҡулсатырҙар һәм төҫлө таяҡсалар файҙаланыла.
Кисә Һиндостан коллективы Өфөлә сығыш яһаны, уларҙы бөгөн, 5 июлдә, Дүртөйлөлә, иртәгә – Яңауылда, 7 июлдә – Үрге Тәтешле, 8 июлдә – Нефтекамала, 9 июлдә – Үрге Йәркәйҙә күрергә мөмкин буласаҡ.