Фольклориада
5 Июль 2021, 15:50

Киске тамаша йәнә һоҡландыра!

Колумбияның “Кармен Лопез” бейеү коллективының дәртле бейеүҙәре бер тамашасыны ла битараф ҡалдырманы.

Баш ҡалабыҙ Өфөлә VI Бөтә донъя фольклориадаһы дауам итә. Әлеге мәлдә “Торатау” конгресс-холының аҫҡы майҙанындағы “Фольклориада йөрәге” сәхнәһендә сағыу концерт бара.
Көндөҙ үрге майҙанда Польша, Италия һәм Панама коллективтары дәртле бейеүҙәрен күрһәтһә, киске тамашала – Испания, Болгария, Колумбия, Ҡаҙағстан артистары. Саҡырылған ҡунаҡтарҙан Ырымбур дәүләт академия рус халыҡ хоры, Тина Кузнецова, Zventa Sventana фолк-проекты. Концерт барышында хужалар ҙа – Башҡортостан оҫталары - сығыш яһай.
Колумбияның “Кармен Лопез” бейеү коллективының дәртле бейеүҙәре бер тамашасыны ла битараф ҡалдырманы.
В. Шахов фотолары.
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас