Фольклориада
5 Июль 2021, 13:45

Таусылар ҡалаһы ете илдән ҡунаҡтар көтә

“Таусы “ стадионында яуаплы ойошма-учреждениелар, хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары вәкилдәре, тәржемәселәр менән әҙерлек хаҡында кәңәшмә үтте.

7 июлдә учалылар ете илдән - Венгрия, Ҡырғыҙстан, Черногория, Коста-Рика, АҠШ, Швейцария һәм Албанииянан килгән Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтарын көтә.
Мөһим сараға учалылар тулыһынса әҙер: ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов тантана уҙасаҡ “Таусы “ стадионында күсмә кәңәшмә йыйып, яуаплы ойошма, учреждениелар, хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары вәкилдәре, тәржемәселәр менән осрашты. Төрлө майҙандарҙа сәхнәнең нисек урынлашыуы, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, уңайлы шарттар булдырыу кеүек етди мәсьәләләр тикшерелде.
Учалы ҡалаһында мөһим сара “Таусы” стадионында көндөҙгө 13.00 сәғәттә ҡала-райондың ижади коллективтары сығышы менән башланасаҡ, һуңынан фестиваль ҡунаҡтары һәм байрамда ҡатнашыусылар стадион буйлап милли кейемдәр парадында ҡатнашасаҡ.
14.00 сәғәттә фестивалде тантаналы асыу сараһы үтә. Концерттарҙан тыш, фестиваль ҡунаҡтары өсөн күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар ҙа планлаштырыла.
Фото Учалы хакимиәтенән.
Читайте нас