Фольклориада ҡунаҡтары Башҡортостан райондары буйлап таралды. Бөгөн Салауат ҡалаһы Австрия, Боливия, Словакия, Греция, Мексика, Индонезия һәм Рәсәй ҡунаҡтарын ҡаршыланы. Төп майҙанда “Беҙ - салауаттар” тип аталған сағыу башҡорт бейеүен Рәсәйҙең атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, “Ағиҙел” ансамбле башҡарҙы.
Ни өсөн мәртәбәле ҡунаҡтарҙы тап “Ағиҙел”дәр ҡаршыланымы? Ҡаланың йөҙөк ҡашына әүерелгән был коллектив республикала ла, унан ситтә лә яҡшы таныш. Улар бик күп ил һәм халыҡ-ара кимәлендәге наградалар яулаған, киләһе йылда үҙҙәренең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк.
– Халыҡ-ара кимәлдәге фестивалде тыуған ҡалабыҙҙа ҡаршы алыу – үҙенсәлекле мөмкинлек. Бөгөн башҡорт халҡының рухын күрһәтеү өсөн һәр хәрәкәтебеҙгә көс һәм эмоциялар һалырға тырыштыҡ, – ти ансамбль артистары.
Салауат ҡалаһында концерт программаһы 13.00 сәғәттә башланды. Был саҡта йыйылған тамашасылар өсөн урындағы коллективтар сығыш яһаны. 14.00 сәғәттә иһә фестиваль программаһы старт алды. Ҡунаҡтарҙы ҡала хакимиәте башлығы сәләмләне.
– Фольклориада беҙҙең төбәккә кәрәк, ул мәҙәиәт кимәлен күтәрә, донъя халыҡтарының сәнғәте менән таныштыра, үҙеңде һәм оҫталығымды күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Элегерәк “Ағиҙел” коллективы халыҡ-ара кимәлдәге фестивалдәрҙә йыш ҡатнаша ине, уларҙан педагогтар ҙа, хореографтар ҙа сағыу тәьҫораттар, яңы идеялар алып ҡайта һәм коллективҡа яҡшы сығыштар әҙерләй ине. Шулай беҙҙең репертуарҙа мексикан һәм грек халыҡтары бейеүҙәре барлыҡҡа килде. Бөгөн дә иҫ китмәле матур сығыштар ҡарап дәртләнербеҙ, яңы идеялар алырбыҙ тип ышанам, – тине ансамбль етәксеһе Дмитрий Силин.
“Ағиҙел”дәрҙең сығыштарын салауаттар “Башҡортостан” блогында күрә аласаҡ. Шулай уҡ бында Салауаттың тағы ике коллективы “Былбылдар” башҡорт халыҡ һәм “Тере һыу” фольклор ансамбле сығышын ҡарай аласаҡ. Рәсәйҙе Пензанан “Вензеля” ансамбле тәҡдим итәсәк.
Фото Салауат ҡалаһының "Выбор" гәзите төркөмөнән.