Фольклориада
6 Июль 2021, 11:00

Аҡбуҙат ҡайтты Бөрйәнгә!

Һәйкәлдең Бөтә донъя Фольклориадаһы сиктәрендә асылыуы ваҡиғаға айырым бәҫ өҫтәне - "Урал батыр", "Аҡбуҙат" эпосы башҡорт халыҡ ижадының ғына түгел, донъяуи мәҙәни мираҫтың айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил итә.

Бөрйәндә күптән көткән ваҡиға - Аҡбуҙат һәйкәле асылды. Һәйкәлдең Йылҡысыҡҡан күле янында ҡуйылыуы юҡҡа түгел - "Аҡбуҙат" башҡорт халыҡ эпосында Аҡбуҙат тап ошо күл төбөнән артынан бер өйөр йылҡы эйәртеп, зил-зибәр ҡуптарып сыға.
Оҙаҡ көткән был ваҡиға изге доғанан башланды. Тантананың VI Бөтә донъя Фольклориадаһы сиктәрендә уҙыуы сараға айырым йәм өҫтәне. Байрамға Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, CIOFF Президенты Филипп Боссан һәм башҡа сит ил вәкилдәре лә килде.
"Был сараның Фольклориала сиктәрендә уҙыуы башҡорт халыҡ ижадының, "Урал батыр" эпосының донъя мәҙәниәте мираҫының айырылғыһыҙ өлөшө булыуын һынландыра. Халҡыбыҙ мираҫын һаҡлау, киләһе быуынға тапшырыу - беҙҙең бурысыбыҙ. Мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау арҡылы беҙ киләһе быуынға тыныслыҡ, изгелек ҡиммәттәрен һеңдерәбеҙ. Аҡбуҙат - ул эпос геройы ғына түгел, ҡанатлы халҡыбыҙҙың азатлыҡ символы ла", - тине Әминә Ивний ҡыҙы.
"Минең өсөн ошондай мөһим сарала ҡатнашыу - оло мәртәбә. Бөтә донъя Фольклориадаһы мәҙәни генә түгел, тыныслыҡ фестивале лә. Унда төрлө илдәрҙән йыйылған 40-ҡа яҡын ижади коллектив ҡатнаша, уларҙың барыһы ла Башҡортостанға хайран ҡалған", - тине Филипп Боссан.
Сәхнәнән Бөрйән районы хакимиәте Башлығы Ғәзиз Манапов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, шағирә, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина ла һүҙ әйтте.
"Урал батыр" эпосының кескәйҙәр тарафынан яңғырауы үҙе бер тамаша булды.
Автор фотолары.
Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас