Баш ҡаланың Салауат Юлаев майҙанында CIOFF-тың йәштәр комитеты Фольклориадаға килгән кешеләр, Өфө халҡы, башҡа ҡунаҡтар өсөн интерактив акция ойошторҙо.
Сараны “Ауаз” һәм “Йәнгүзәл” башҡорт фольклор ансамблдәре башҡарыуында “Зарифа” композицияһы башлап ебәрҙе. Йыр тамамланыу менән артистар фестивалдә ҡатнашыусыларҙы, байрам сараларын ҡарарға килгәндәрҙе уйынға алып төштө. Милли уйындар һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Фольклориадала ҡатнашҡан һәр илдең ҡул оҫталары күргәҙмәлә үҙ хеҙмәт емештәрен, уйынсыҡтарын, сувенирҙарын тәҡдим итеүҙән тыш, оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторҙо.
Болгариянан килгән Галина Парванова сокай тип аталған сигеү төрө оҫтаһы икән. Уның ҡул эштәре күҙҙең яуын алырлыҡ. Һәр береһе үҙенсәлекле, ә сокай тип аталған төр айырыуса ҡыҙыҡлы. Сигеү, көҙгө ише, ике яҡтан да бер үк килеп сыға. Галина үҙе – банк хеҙмәткәре. Уның өләсәһе, әсәһе, туғандары барыһы ла сигеү эшенә оҫта.
“Был – нәҫелебеҙҙә йола буйынса тапшырыла килгән шөғөл. Һәр ғаиләнең, ырыуҙың үҙ төҫтәре бар. Сигелгән кейемгә ҡарап, болгарҙар һинең ниндәй нәҫелгә ҡарауыңды шунда уҡ әйтеп бирә. Ә йәш кәләштең күлдәгенең еңе сәскә гөлләмәһен хәтерләтә. “Пеаметче” тип аталған халыҡ ансамблендә шөғөлләнәм. Йыр-бейеүҙән тыш, ошо коллектив ағзаларына ла, үҙем йәшәгән София ҡалаһы кешеләренә лә сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәм.
Бөгөн башҡорт халҡының милли кейем өлгөләрен күреп таң ҡалдым: ҡайһы бер элементтар шул тиклем оҡшаш икән! Һеҙҙең оҫталар менән телефондарҙы алмаштыҡ, социаль селтәрҙәрҙә артабан аралашырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Мәрйен менән эш итеү алымы ныҡ оҡшаны”, – тип һөйләне Галина.