Фольклориада
6 Июль 2021, 14:53

Башҡортостан бар донъяны таң ҡалдырҙы!

Бындай тамаша республикала булғаны юҡ ине әле.

Күптән көткән мәлдең мөҙҙәте һуҡты – Башҡортостандың баш ҡалаһындағы “Өфө-Арена”ла VI Бөтә донъя фольклориадаһы асылды. Уны ҡараған кешеләр “Бындай тамашаның әле республикала булғаны юҡ ине!” – тип белдерҙе.


Яҡшылыҡ булһын атығыҙ!


Тантананың беренсе минуттарынан уҡ Фольклориада илдәрен ҡаршылаған башҡорт халҡының тарихы барланды – Урал батыр яуыз көстәрҙе еңде, тирә-яҡҡа Йәншишмә тамсыларын бөрктө, эпостан һүҙҙәр яңғыраны:

“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,

Кеше булһын затығыҙ!..”


Был һүҙҙәрҙән һуң боҙ аренаһы Сармат алтындарына, башҡорт милли биҙәктәренә күмелде. Башҡорттарҙың ҡунаҡсыл халыҡ икәнлеге йыр-бейеүҙә, ҙур итеп өйөлгән бауырһаҡтарҙа, ҡымыҙ тулы кәсәләрҙә сағылды.


Артабан сәхнә түренә Фольклориада символы – башҡорт милли кейемендәге матрешка сыҡты. Башҡортостан да, был сара үҙе лә – милләт-ара дуҫлыҡтың сағыу өлгөһө, шуға күрә боҙ һарайы республикала йәшәгән милләттәрҙең йыр-моңдарына күмелде. Башҡортостандың балет сәнғәтендә яҡты эҙ ҡалдырыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алырға онотманылар – был сәнғәт төрө сағыу тамашала сағылдырылды.


Фольклориаданың гимны башҡарылып, флаг күтәрелгәс, сәхнә түрендә Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашҡан ил вәкилдәре күренде, һәр береһенең сығышы көслө алҡыштарға күмелде. Барлыҡ илдәр сығып теҙелеп баҫҡас, сәхнәнән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләгән һүҙҙәрен яңғыраттылар. Ил башлығы фестивалдең күп милләтле Башҡортостанда үтеүенең тәрән символик мәғәнәгә эйә булыуын билдәләне, ҡатнашыусыларҙы был донъяуи сара менән ихлас ҡотланы.


Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһында меңдән ашыу артист, 500 интеллектуаль яҡтыртыу ҡорамалы, 800 квадрат метр светодиодлы экран, үҙенсәлекле механизмдар ҡулланылған. Тантананың юғары кимәлдә уҙыуы Башҡортостандың, Рәсәйҙең ҡанында булған ҡунаҡсыллыҡ, тыныслыҡ, бай мәҙәниәт, тәрән тарих хаҡында һөйләй.


CIOFF Президенты Филипп Боссан башҡортса һөйләне!


VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән CIOFF Президенты Филипп Боссан тәбрикләне.


– Беҙ был көндө оҙаҡ көттөк. Бөгөн Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡсыл Башҡортос­танда үтә. Беҙҙең өсөн был сараның Евразия йөрәгендә, Европа менән Азия ҡушылған ерҙә үтеүе ҙур ғорурлыҡ.


Башҡортостанда күп милләтле халыҡ йәшәй. Беҙ төрлө-төрлө: мәҙәниәтебеҙ төрлө, йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ ҙә айырыла, әммә бергәбеҙ, берҙәмбеҙ. Илдәребеҙ сиктәргә бүленеүгә ҡарамаҫтан, беҙҙең дуҫлашҡыбыҙ, яратҡыбыҙ, бер-беребеҙҙең яҡшы сифаттары менән танышҡыбыҙ килә. Фольклориадаға йыйылған төрлө илдәр вәкилдәре был саранан тик ыңғай тәьҫораттар һәм яңы дуҫтар менән ҡайтыр тигән өмөттәмен, – тине Радий Хәбиров.


Филипп Боссан барыһын да CIOFF халыҡ-ара ойошмаһы исеменән тәбрикләне һәм Фольклориаданың килеп сығыу тарихы, уның әһәмиәте менән таныштырҙы. “Бындай саралар матди булмаған мәҙәни мираҫтарҙы һаҡлау, ошо мираҫ вәкилдәрен бер урынға туплау маҡсатында булдырыла”, – тине ул.


Президент ошондай ҙур даирәле, киң офоҡло, ҡатмарлы сараны ойоштороуҙы атҡарып сыға алған барыһын да ҡотланы, уларҙың хеҙмәтен юғары баһаланы, һәм... көтөлмәгән бүләк яһаны – саф башҡортса һөйләп ебәрҙе! Филипп Боссандың башҡортсалап ҡурай уйнарға, халыҡ моңдарын дауам итергә саҡырыуы зал тарафынан көслө алҡыштарға күмелде.


“Ҡайҙа барырға белмәһәң, үткәнеңә әйләнеп ҡара”


VI Бөтә донъя фольклориадаһының икенсе көнө Мәҙәниәт буйынса CIOFF ха­лыҡ-ара конференцияһы менән башланып китте. Бында Рәсәй Феде­ра­ция­һы халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫының донъя мәҙәни мираҫының бер өлөшөн тәшкил итеүе хаҡында һүҙ алып барылды. Ҡатна­шыусыларҙы Башҡортостандың мәҙә­ниәт министры Әминә Шафиҡова, CIOFF Президенты Филипп Боссан, CIOFF-тың ЮНЕСКОлағы рәсми вә­ки­ле Магдалена Товорник сәләмләне. Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова видео аша сәләм һәм ҡот­лау һүҙҙәрен юлланы. Ул Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү арҡылы мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш инде­релеүен баһаланы. В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры, CIOFF-тың милли секцияһы президенты Тамара Пуртова бындай конференцияларҙың, мәҙә­ниәт­те донъяға танытыуҙан тыш, мә­ҙәни мираҫтың асылын төшөнөү, уға оҙайлы киләсәк хәстәрләү маҡсаты менән дә ойошторолоуын билдәләп үтте. “Рәсәйҙә оҙаҡ йылдар фольклор менән шөғөлләнгән учреждениелар, йәмәғәт ойошмалары етерлек. Бөгөн залда ултырған һәр кем ошо өлкәлә эшләй”, – тине ул.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үҙ сығышында төрлө халыҡтар мәҙәниәтен төрлө яҡлап өйрәнеүҙең мөһимлеген билдә­ләне. “Әленән-әле уҙғарылып торған ғилми эҙләнеүҙәр, китаптарҙа баҫылған уларҙың һөҙөмтәләре тарихи фактҡа әүерелә. Башҡортостанда мәҙәниәт өлкәһендәге һәр ойошма традиция­ларыбыҙҙы һаҡлау йәһәтенән эш алып бара. Ҡайҙа барырға белмәһәң, үткәнеңә әйләнеп ҡара, тигәндәр. Юл сатында торғанда, ысынлап та, тарихҡа күҙ һалыу мөһим. Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт йәшәй. Беҙ бар байрамдарҙы ла бергә уҙғарабыҙ. Быға төрлө диндән булыуыбыҙ ҙа ҡамасау түгел. Беҙ бер-беребеҙҙән айырылһаҡ та, дөйөм тарихты тәшкил итәбеҙ”, – тине Әминә Ивний ҡыҙы.
Конференцияла Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар мәҙәниәте хаҡында һүҙ бар­ҙы. В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры урынбаҫары Мери Русакова матди булмаған мәҙәни мираҫ өлкәһендәге эшмәкәрлек менән таныштырҙы. Тарих фәндәре докторы, профессор Александр Черных Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын билдәләү, уны өйрә­неү, һаҡлау серҙәрен асты. Башҡорт­остандың Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков донъяның төрлө илдәренән йыйылған ҡатнашыусыларҙы мәшһүр эпосыбыҙ “Урал батыр” менән таныштырып ҡына ҡалманы, ә башҡорттарҙың килеп сығышы, шәжәрә, ырыуҙар, тәбиғәт ҡо­март­ҡыларыбыҙ хаҡында ла һөйләне. В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортоноң матди булмаған мәҙәни мираҫ секторы мөдире Варвара Добровольская үҙ сығышын Дағстандағы Игби – ҡышты оҙатыу байрамына, Липецк өлкә­һен­дәге балсыҡтан уйынсыҡтар эшләү сәнғәтенә арнаны. Чечен Республи­каһының Халыҡ ижады үҙәге директоры Рамзан Даудов чечендарҙа Синкъерам – йәштәрҙе таныштырыу йәмғиәт институтының эшмәкәрлеге хаҡында бәйән итте. Алтай Рес­публикаһының Халыҡ ижады үҙәге директоры, Алтай Республикаһы Башлығы оркестры дирижеры Анастасия Уркунова алтайҙарҙың өзләүе һәм халыҡ музыка ҡоралдары менән таныштырып ҡына ҡалманы, һүҙҙәренә тере дәлил дә килтерҙе – үҙҙәренең республикаһы Башлығы оркестры солисы, Алтайҙың атҡаҙанған артисы Добрыня Сатин йыйылғандарҙы сағыу сығышы менән ҡыуандырҙы. Уның өзләүен тыңлау, ысынлап та, үҙе бер тамаша – Алтай моңо тәбиғәттең бар тауыштарын үҙенә йыйғандай. Әйткәндәй, Добрыня 2016 йыл уҙған “Урал моңо”нда Гран-при яулаған артист та икән.
Бүрәт Республикаһынан килгән Галина Чебунина – “Судьбинушка” халыҡ этнографик ансамбленең художество етәксеһе – Байкал аръяғы мәҙәниәте менән таныштырҙы. Бүрәттәр ҙә буш ҡул менән килмәгән: “Судьбинушка” акапелло йырлап, тауыштар төрлөлөгө, моң тәрәнлеге менән әсир итте.


“Һеҙ – бик алсаҡ, изге күңелле халыҡ!”


Фольклориадала ҡатнашҡан ҡунаҡтарҙың барыһы ла журналистар менән ихлас аралашты, тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

“Һеҙ – бик алсаҡ, изге күңелле халыҡ!” – тине Коста-Рика вәкиле Хьюго. Ул һөнәре буйынса музыка уҡытыусыһы икән. Башҡортостан, башҡорттар хаҡында Фольклориада арҡылы тәү тапҡыр ишеткән. “Был сара – халыҡтарҙың мәҙәниәтен бер-береһенә танытыу өсөн шәп мөм­кинлек”, – тине ул.
Йософ Мамидов – Азербайжандан. Ул Өфөлә һуңғы тапҡыр 30 йыл элек булған. Ошо арауыҡ эсендә ҡала бик матурайған, тип белдерҙе һәм Фолькло­риаданың халыҡтар дуҫлығын нығы­тыуға ҙур аҙым булыуын да билдәләне.


“Алтаҡталарҙың башҡортса ла, русса ла булыуы шәп!”


VI Бөтә донъя фольклориадаһында бөтөнләй башҡа материктарҙан булған ил вәкилдәре лә, ғүмер баҡый Рәсәй менән иңгә-иң терәп йәшәгән күрше дәүләттәрҙән килгән кешеләр ҙә ҡатнаша.
Шуларҙың береһе – Белоруссиянан килгән ижади коллектив. Уларҙан “Фольклориадаға ниндәй тамаша әҙерләнегеҙ?” – тип һорағас, “Барыһын да үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрергә тейешһегеҙ”, – тинеләр серле итеп.
Минск өлкәһе Барановичи ҡалаһынан килгән Александр тәү сиратта Өфөнөң таҙалығына иғтибар иткән. “Башҡортостанда мин беренсе тапҡыр. Өфөнөң шундай таҙа ҡала икәнлеген көтмәгәйнем. Барыһы ла, Минск бик таҙа, бөхтә ҡала, тиҙәр. Өфөнөң дә шулай булыуы беҙҙе шатландырҙы, хатта ғәжәпләндерҙе. Барыһы ла заманса, барыһы ла шундай матур, ә кешеләре алсаҡ та, тыныс та. Бар яҙыуҙарҙың, алтаҡталарҙың башҡортса ла, русса ла булыуы шәп, һоҡландырҙы. Башҡорт мәҙәниәтенең үҫеүе, сәскә атыуы әллә ҡайҙан күренеп тора”.
“Башҡорт телен ишетеү уңайы тейҙеме?” – тип һораным Алек­сандр­ҙан. “Эйе, ҡунаҡханала телевизорҙы тоҡандырып, БЮТ каналын ҡараныҡ. Башҡорт теленең славян телдәре менән бер уртаҡлығы ла юҡ. Миңә уны өйрәнеүе ҡыйын булыр ине”, – тип яуап бирҙе ул.


“Башҡорт ҡурайы ҡаҙаҡ фольклорында йыш осрай”


VI Бөтә донъя фольклориадаһына ҡырҡҡа яҡын илдән йыйылған вәкилдәр араһында ҡәрҙәш халыҡтар янынан тыныс ҡына уҙып буламы ни?

Күҙ яуын алырлыҡ милли кейемдәр кейгән, үҙебеҙҙең башҡорт һылыу­ҙарына тартҡан гүзәл ҡаҙаҡ ҡыҙҙары иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте. Артабан Ҡаҙағстан вәкиле Дархан Рәхимғәлиев менән бер аҙ фекер алышыу бәхете тейҙе.
– Башҡорт менән ҡаҙаҡтың телдәре, мәҙәниәте үҙ-ара оҡшаш. Ошо йәһәттән шәхси күҙәтеүҙәрегеҙҙән сығып, ниндәй параллелдәр килтерер инегеҙ?
– Һеҙҙең милли ҡоралығыҙ ҡурай ҡаҙаҡ фольклорында йыш осрай. Башҡортостанда уҡыған беҙҙең музыканттарыбыҙҙың барыһы ла тиерлек был музыка ҡоралында уйнарға өйрәнә. Һыбыҙғы, думбыра һәм башҡа музыка ҡоралдары ике халыҡҡа уртаҡ. Телебеҙ оҡшашлығы хаҡында әйтергә кәрәк микән?
– Ысынлап та, уртаҡлыҡтар күп. Былар һеҙҙе ҡасандыр беҙҙең халыҡ­тар бер тамырҙан булған тигән уйға этәрмәйме?

– Беҙҙең “Төрки яугирҙәр” тигән бейеүебеҙ бар. Һәм ул төрки халыҡ­тарҙың барыһын да сағылдыра. Бетховендың бер симфонияһында әйтелгәнсә, планеталағы бар кешеләр ҙә – туғандар.


Бына ул – халыҡтар дуҫлығы, тыныслыҡ ауазы!


Милли кейемдәр парадында ҡатнашҡан халыҡ яйлап “Торатау” конгресс-холлы аҫтындағы амфитеатрға ағылды – Бөтә донъя фолькло­риадаһының төп майҙанында төрлө милләт, төрлө ил, төрлө халыҡ әйлән-бәйләнгә йыйылды. Был майҙанда быға тиклем дә әйлән-бәйләндәр күп булды – Башҡортостанда Милли кейем парады үткән һайын республиканың күп милләтле халҡы ошолай ҡулға-ҡул тотоношоп дуҫлыҡ бейеүенә төшә. Әммә был юлы барыһы ла башҡа, сағыу һәм үҙенсәлекле – бында Башҡортостандан, хатта Рәсәйҙән генә түгел, ә бөтә донъянан төрлө милләт­тәр йыйылған! Ҡулға-ҡул тотоношҡан һәр милләт вәкиле – бына ул халыҡтар дуҫлығы, ер йөҙөндәге тыныслыҡ өлгөһө! Әйлән-бәйлән “Узорица”, “Арғы­маҡ” төркөмдәренең йыр-моңдары аҫтында барҙы.
Артабан сәхнәгә Рәсәйҙең рекордтар китабының баш мөхәррире Станислав Коненко, CIOFF Президенты Филипп Боссан һәм Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова күтәрелде. Станислав Коненконың килеүе юҡҡа түгел – ул тантаналы рәүештә әле генә ҡуйылған ике рекорд хаҡында хәбәр итте: беренсеһе – бер әйлән-бәйләндә бер юлы 57 ил ҡатнашып, рекорд ҡуйылған, икенсе рекорд – бер майҙанда, бер әйлән-бәйләндә 71 милләт ҡатнашҡан!
Артабан Бөтә донъя фольк­лориа­даһының гимны аҫтында Фольклориада флагы күтәрелде лә амфитеатр өҫтөндә елберләне – был сараның төп майҙаны асыҡ тип иғлан ителде.



Автор:Айгөл ЙӘМИЛЕВА, Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әҙерләне
Читайте нас