Асҡарҙа үткән Бөтә донъя фольклориадаһында Венгрия һәм Америка делегацияһы балалар өсөн һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Был көн дүрт йәшлек Иҙелбай Солтанбаевтың да күңелендә оҙаҡ һаҡланыр. Шулай булмайса: кемгә әле Венгриянан килгән Роксана Вивьен Мартинез тубығына ултырып һүрәт төшөрөү бәхете йылмайған?! Ике ил кешеһе бер-береһенең телдәрен аңламаһа ла, күңелдәре менән һөйләшкән - төҫтәр донъяһының хикмәте ҙур шул. Иҙелбай сит ил ҡунағын сәнғәтте һиҙгер тойоуы менән хайран ҡалдырған.
Әбйәлил малайы ҡунаҡтар алып килгән буяу китапсыҡтарындағы бер нисә һүрәтте төҫлө буяуҙар менән буяп ҡына ҡалмаған, ә үҙе лә һүрәттәр төшөрөп уларға бүләк иткән.