Фольклориада
6 Июля 2021, 14:59

“Был Фольклориада – иң яҡшыһы!”

VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһынан һуң Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, CIOFF президенты Филипп Боссан һәм уның Рәсәй милли секцияһы президенты, В. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһынан һуң Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, CIOFF президенты Филипп Боссан һәм уның Рәсәй милли секцияһы президенты, В. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.


Был сараға биш йыл буйы әҙерләндек


Башта Радий Хәбиров тантананан алған тәьҫораттары менән ур­таҡлашты.

– Үҙ ғүмеремдә күп сараларҙы күр­һәм дә, бөгөнгө шоу иң сағыуы ине. Ул юғары интеллектуаль кимәлдә әҙер­ләнгән. Тарихыбыҙ, халыҡтар дуҫлығы, илебеҙҙә, донъяла йәшәгән кешеләр татыулығы – ошо хаҡта еткергебеҙ килде, – тине ул. – Был беҙгә еңел бирелмәне. Биш йыл буйы әҙерләнеп, һуңғы ике йылда был әҙерлек бер туҡтамай барҙы тиергә мөмкин.


Республика Башлығы Фольклориа­даның халыҡ дипломатияһы икәнен; хәҙерге заман шарттарында, кире күренештәр күп булғанда, уның мөһимлеген хәтергә төшөрҙө.


– Айырып торған сиктәргә ҡара­маҫтан, бөтәбеҙ ҙә – кешеләр, беҙ ты­ныслыҡта, татыулыҡта йәшәргә теләйбеҙ.


Ф. Боссан да бөгөнгө тамашанан һоҡ­ланыу тойғоһо кисергәнен бил­дәләне:

– Республика етәкселеге менән биш йыл буйы был сараны үткәреү өсөн татыу эшләнек. Өфө икенсе йортома әйлән­де, тиһәң дә була. Тантананы асыу ғәжәйеп күренеш булды. Мин дүрт тапҡыр ошондай сарала ҡат­наштым. Һәм ысын күңелдән әйтәм: бөгөнгөһө – иң яҡшыһы! Хатта күҙемдән йәш сыҡты.


Пандемия тураһында онотҡо килә, әлбиттә... Ҡатмарлылыҡтарға ҡара­маҫтан, 37 илдең делегацияһын килтерә алдыҡ, был ҙур уңыш. Улар барыһы ла ҡабатланмаҫ мөхит тыуҙырыуға үҙ өлөшөн индерә.


CIOFF президенты, пандемияға ҡарамаҫтан, был Фольклориаданың тарихтағы иң шәбе булырына тәрән ышаныс белдерҙе.


– “Ойоштороусыларға – афарин! Республикаға – браво! Рәсәй Фе­дерацияһына ла – браво!” тип әйткем килә, – тип тамамланы ул һүҙен.

Т. Пуртова Башҡортостандың Фольклориаданы ойоштороу кимәленә ғәйәт юғары баһа бирҙе:

– Беҙ, Башҡортостанды күҙ уңында тотам, әлегә тиклем күргән Олимпия уйындарын да уҙҙырып ебәрҙек, – тине ул. – Өфө бөгөндән Олимпиаданы ҡабул итә ала – һәм бар донъя һоҡланып торасаҡ.


Тамара Валентиновна республика Башлығына рәхмәт белдерҙе:

– Ҡараңғы, ҡараңғы, тип торғансы, ут ҡабыҙырға мөмкин. Бының өсөн көс, ихтыяр көсө, яуаплылыҡты иңгә ала белеү кәрәк. Башҡортостан Башлығы булмаһа, был тауға үрләй алыр инекме икән – икеле. Баш эйәм! Уңыштар беҙгә! Барыһы ла яҡшы буласаҡ, быға иманым камил.


Беҙгә бөгөн рухи ныҡлыҡ кәрәк


Традицион мәҙәниәт фестивале – Бөтә донъя фольклориадаһының үҙен­сә­лекле сараһы – халыҡ шөғөлдәре, кәсепселек үрнәктәре ҡуйылған халыҡ-ара күргәҙмә ине. Салауат Юлаев май­ҙанында ҡоролған сараға фестивалдә ҡатнашҡан сит ил ҡунаҡтары, Рәсәй, рес­публика мәҙәниәте вәкилдәре килде.


4 июлдә күргәҙмәне асыу танта­наһына СIOFF президенты Филипп Боссан, ойошманың мәҙәниәт буйынса вице-президенты Алехандро Камаччо, Рәсәй милли секцияһы президенты, В. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, VI Бөтә донъя фольклориадаһы илсеһе Надежда Бабкиналар килде.


Тәбрикләү һүҙендә Филипп Боссан:

– Кисә беҙ Башҡортостан бар донъяға бүләк иткән иҫ киткес матур тантананың шаһиты булдыҡ. Бөгөн уникаль парад көтөлә. Беҙ, донъя халҡы, гел бергә, татыулыҡта йәшәү яҡлы, – тине. – Беҙгә низағ, ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡтар кәрәкмәй. Барыбыҙ ҙа тыныслыҡҡа ынтыла. Әлеге пандемия ваҡытында бигерәк тә уртаҡ һүҙле, фекерҙәш булырға кәрәк.


Тамара Пуртова ла, байрамға йы­йылғандарҙы ихлас ҡотлап, Башҡорт­остандың ҙур фестивалде ойошто­роуға, үткәреүгә һалған көсөн юғары баһаланы, күргәҙмәлә ҡатнашыу­сыларға, килеүселәргә рәхмәт бел­дерҙе.


Әминә Шафиҡова, күргәҙмәгә килгән халыҡҡа рәхмәт әйтеп, байрамдан матур кәйеф, оҙаҡҡа етерлек матур тәьҫораттар алыуҙы теләне.

Надежда Бабкина иһә:


– Бында бөгөн ҡыйыуҙар килгән, – тине. – Башҡалар “Кәрәкме-кәрәк­мәйме?” тигән һорауға яуап эҙләй әле. Һаулыҡты ҡайғыртыу, һис шикһеҙ, иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Шул уҡ ваҡытта кеше рухи аҙыҡҡа ла мохтаж. Вакцина ғына түгел, рухи ныҡлыҡ та беҙгә ошо афәтте тиҙерәк еңергә ярҙам итер. Фольклориада ошо маҡсатҡа хеҙмәт итә лә инде, – тип барыһына ла рухи сәләмәтлек, ныҡлыҡ, матур тәьҫораттар теләне.

Алехандро Камаччо ла, халыҡҡа яҡшы кәйеф теләп, сығышын: “Вива, (йәшәһен!) Башҡортостан!” – тип тамамланы.


Өфө халҡы, ҡунаҡтар сит ил оҫта­ларының ижады менән ихлас танышты, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, иҫтәлеккә сувенирҙар һатып алды. Салауат майҙанында күтәренке кәйеф, дуҫтарса йылы мөхит тантана итте.
Филипп Боссан: “Башҡортостандан алған тәьҫораттар иҫ киткес!”


“Торатау” конгресс-холының матбу­ғат үҙәгендә CIOFF Президенты Филипп Боссан, Рәсәй милли секцияһы президенты, В. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова, Башҡортостан Халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры, VI Бөтә донъя фольклориадаһын әҙер­ләү һәм үткәреү буйынса дирекцияның башҡарыу директоры Артур Әлибәков, Фольклориаданы асыу һәм ябыу танта­наһы директоры, сараның баш режиссеры, “Фольклориада йөрәге” фестива­ленең координаторы Айҙар Зөбәйҙул­лин журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Филипп Боссан иң башта оло халыҡ-ара фольклор йыйынын ойоштороу­сыларға, республикаға рәхмәт бел­дерҙе. Башҡортостандың ҙур халыҡ-ара сараларҙы үткәреүгә әҙерлеге юғары булғанын, тағы ла ҡатмарлыраҡ сараларҙы ла ҡабул итә аласағын билдәләне. Кисәге тамашаның сикһеҙ талантлы, ғәжәйеп күренеш булғанын, уның ошоға тиклем күргән оҡшаш сараларҙан күпкә сағыуыраҡ икәнен айырып әйтте.
– Башҡортостан бар донъяны таң ҡалдырҙы, – тине ул. Ә инде “Һеҙҙе нимә иң ныҡ ғәжәпләндерҙе?” тигән һорауға:

– Ниндәйҙер бер мәлен айырып билдәләүе ауыр. Тамара ханымға (Т. Пуртоваға – авт.) бары: “Ғәжәп, ғәжәп!” тигән һүҙҙе генә ҡабатланым. Шул тиклем көслө тәьҫораттар алдым. Тамашаның масштабы үҫкәндән-үҫә барҙы, – тине.
Тамара Пуртова Башҡортостандың алдына ҡуйылған бурысты лайыҡлы үтәп сығырына бер тамсы ла шикләнмәгәнен белдерҙе.

– Башҡортостан Республикаһы һәр саҡ алдынғылар рәтендә булды, – тине ул. – Фольклориаданы асыу тантанаһы ул илебеҙҙәге бер төбәктең кимәле генә түгел, был – донъя кимәлендәге үҙенсәлекле тамаша!
Ул да Фольклориаданың тәүге көнөнән алған көслө тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Сараны асыу тантанаһындағы театрлаштырылған тамашаны баһалап, режиссерҙың эшенә юғары баһа бирҙе. “Йөкмәткеһе хатта бер ниндәй аңлатыуһыҙ ҙа асыҡ, аңлайышлы булыр ине”, – тине ул.
Айҙар Зөбәйҙуллин фестивалде асыу тантанаһына әҙерлектең үҙенсә­лектәренә, ҡайһы бер нескәлектәренә туҡталды. Ошондай сағыу тамашаны ойошторған кешегә һорауҙар, әлбиттә, бихисап булды.
Матбуғат конференцияһынан һуң Милли кейемдәр парады башланды. Ул донъя рекорды ҡуйырға дәғүә иткән сара булыры хаҡында алдан хәбәр ителгәйне.


Күңелдәрҙе бер тулҡынға көйләне


Милли кейемдәр парады VI Бөтә донъя фольклориадаһының иң сағыу ваҡиғаларының береһе булып иҫтә ҡалырына иманым камил.

Фольклориадала ҡатнашҡан илдәр, халыҡтар вәкилдәре түҙемһеҙләнеп көткән сара ине ул. 37 илдең вәкилдәре береһенән-береһе сағыуыраҡ милли, сәхнә кейемдәрендә М. Ғафури исемен­дәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан ҡуҙғалып китте. Урамдың ике яғынан Өфө халҡы, ҡала ҡунаҡтары теҙелеп баҫҡан, халыҡтың байтағы – милли кейемдәрҙә. Тамашасылар, ҡатнашыусылар күңелдә­ренең бар йылылығын бирергә теләп, яндарынан йырлап-бейеп үткән артистарҙы сәләмләне, урындарында тороп ҡына түҙмәй, ҡуша тыпырланы.
Береһенән-береһе үҙенсәлеклерәк милли музыка ҡоралдары, ысын мәғә­нәһендә күҙҙе сағылдырған костюмдар... Эйе, донъя халыҡтары ни тиклем күп төрлө булһа, уларҙың милли мәҙәниәте лә шунсама бай, ғәжәп! Фольклориада ошо төрлөлөктө күрергә, бер-береңдең рухи ҡиммәттәренә ҡағылырға мөмкин­лек бирә. Ошоноң аша халыҡтарҙы татыулыҡҡа, берҙәм­леккә әйҙәй.
Өфө урамдары төрлө ғөрөф-ғәҙәтле, төрлө телдәрҙә һөйләшкән кешеләрҙе бер тулҡынға – дуҫлыҡ, татыулыҡ, туғанлыҡ хисенә көйләне, был хис, урамдарға һыймай, күктәргә ашты. Иҫ киткес берләшеү, бер йәнгә әйләнеү күренешенә шаһит булған күңелдәр аңлатып булмаҫлыҡ тулҡын­ланыуға, шул уҡ мәлдә ғорурланыуға тулышты.
“Беҙгә бер ниндәй ҙә янъял, ыҙғыш кәрәкмәй. Беҙ берҙәм һәм татыу йәшәргә теләйбеҙ!” – тигәйне CIOFF Президенты Филипп Боссан. Һәм бөгөнгө рухи берҙәмлек байрамы ошо һүҙҙәрҙе иҫбат итте.
71 милләт вәкиле ҡатнашҡан сағыу парад ике донъя рекордын ҡуйҙы. Ул “Торатау” конгресс-холының амфитеатрында дуҫлыҡ бейеүе менән тамамланды.
Милли кейемдәр парады хаҡында республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: “Ошолай булһын да: тыныслыҡта һәм аңла­шып йәшәйек! Беҙҙең халыҡтарыбыҙ, ниндәй илдән булыуҙарына ҡарамаҫтан, бер-береһен хөрмәт итһен, ҡыуанып йәшәһен. Планеталағы барыһына ла – тыныслыҡ!” – тип яҙҙы.



Автор:Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА, Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне
Читайте нас