Киң масштаблы фольклор фестивале эшен дауам итә. Кисә кискеһен баш ҡалалағы "Торатау" конгресс-холы янындағы “Фольклориада йөрәге” майҙансығында тамашасылар Болгария, Испания, Ҡаҙағстан, Колумбия коллективтарының сығыштарын күрҙе.
Фестиваль программаһының хедлайнеры Рәсәй йырсыһы Тина Кузнецова менән Zventa Sventana фолк проекты булды. “Фольклориада – минең ҡарамаҡҡа, һуңғы ваҡытта иң позитив сараларҙың береһе. Пандемия арҡаһында донъялағы күңелһеҙ хәлдәрҙән һуң, бигерәк тә. Был иһә ҡояштың сағыуыраҡ яҡтыртыуы, халыҡтарҙың шатланыуы, уларҙың күп төрлөлөгө менән беҙҙе берләштергән мәҙәниәтте, йолаларҙы алға этәреүе хаҡында һөйләй”, - тип белдерҙе йырсы.
Zventa Sventana фолк проекты халыҡ йолаларын заманлаштыра һәм тыңлаусыларға алып барып еткерергә ынтыла. Барлыҡ тректар ҙа - XIX һәм XX быуаттар этнографияларынан йыйылған халыҡ йырҙары. Экспедиция архивтарынан йыйылған материалдар яңы тауыш итеп яңғыратыла. Шулай итеп, фольклор менән бейеү электроникаһы, хип-хоп, инди-поп һәм неоклассика ҡушыла.
Тамашасылар алдында Ырымбур дәүләт академия рус халыҡ хоры ла сығыш яһаны. Бынан тыш, көндөҙ Польша, Панама, Италия һәм республикабыҙ ижади вәкилдәре сығыштары менән һоҡландырҙы. ”Барыһы ла бик яҡшы булды. Беҙгә Өфө һәм унда йәшәгән кешеләр бик ныҡ оҡшаны. Ҡала ла, сәхнә лә яҡшы әҙерләнгәйне һәм киләһе сығышыбыҙҙы түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ”, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Польшаның “Мистковяне” фольклор коллективы артистары.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, концерт программалары 10 июлгә тиклем Өфөләге “Торатау” конгресс-холы алдындағы майҙансыҡтарҙа, амфитеатрҙа үтәсәк.
Фото: Валерий Шахов (“Башинформ”).