Фольклориада
6 Июль 2021, 08:00

“Фольклориада йөрәге”ндә Манижа сығыш яһай

Өфөлә күләмле халыҡ-ара фольклор фестиваленең дүртенсе көнөн “Евровидение–2021”ҙә Рәсәй исеменән ҡатнашҡан йырсы биҙәй.

Халыҡ-ара фольклор фестиваленең төп майҙанында бөгөн кисен Манижа йырлаясаҡ. Ул программаны йомғаҡлап ҡуя.
Концертта Рәсәй артистары ла була, ә сит ил ҡунаҡтарынан – Австрия, Боливия, Италияның ижади төркөмдәре. Көндөҙ “Торатау”ҙың өҫкө яҡ майҙанында республикабыҙҙың ижади коллективтары тамашасыларҙы ҡыуандыра. Араларында билдәле “Мираҫ” бейеү ансамбле лә бар.
Ҡариҙел, Нуриман, Бөрйән райондары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ла бөгөн Фольклориадала ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә. Нуриманда Польша, Греция, Панама, Ҡаҙағстан, Колумбияныҡылар сығыш яһаһа, Стәрлелә – Словакия, Испания, Индонезия, Мексика, Болгария; Ҡариҙелдә – Фәләстин, Франция, Белоруссия, Төньяҡ Македония, Перу, Эквадор, Румыния; Бөрйәндә Ҡырғыҙстан, Венгрия, Черногория, Коста-Рика, АҠШ, Швейцария, Албания вәкилдәре үҙ халҡының мәҙәниәте менән таныштыра.
Әлбиттә, халыҡ-ара фольклор йыйынында Башҡортостандың был ҡала-райондарының художестволы коллективтары ла сығыш яһамай ҡалмаясаҡ.
Шуны тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: фестивалдә Роспотребнадзорҙың санитар-эпидемиология талаптары тулыһынса күҙәтелә. Концерттарға килеү ирекле, битлек кейергә генә онотмаҫҡа кәрәк!
Фото: wi-fi.ru
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас