Фольклориада
6 Июль 2021, 17:30

Ирекмән Вадим американдарҙы һоҡландырҙы

Күптән түгел 11-се класты тамамлаған Әбйәлил егетен океан аръяғынан килгән ҡунаҡтар ни өсөн маҡтаны?

Тел белеүҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бының шулай булыуына Әбйәлилдең Күсем руднигы ауылында йәшәгән Вадим Ғәйнуллин миҫалында тағы бер тапҡыр инандыҡ.
Күптән түгел 11-се класты тамамлаған егет инглиз телен Ютубтан үҙаллы өйрәнгән. Артабан белем алыу маҡсатында документтарын Өфө дәүләт нефть техник университетына тапшырған. Әле иһә Фольклориадала ирекмән булып йөрөй.
Вадим районда фестивалде тантаналы асҡанда тәржемәсе ролен юғары кимәлдә башҡарҙы. Уның Американан килгән делегация вәкилдәре менән иркен аралашыуына үҙебеҙ ҙә шаһит булдыҡ. Океан аръяғынан килгән ҡунаҡтар Вадимдың телде бик яҡшы белеүен билдәләне, уны маҡтаны, бындай һәләтенә һоҡланды.
Вадим Ғәйнуллин әйтеүенсә, тел белеүе уға яңы дуҫтар табырға, үҙен төрлө урындарҙа иркен тоторға ярҙам итә, киңерәк маҡсаттар ҡороу мөмкинлеге бирә. Әбйәлил егетенә артабан да камиллашыуын, ҙур уңыштар теләйбеҙ.
Автор фотоһы.
Автор:Карима Усманова
Читайте нас