Фольклориада
6 Июля 2021, 15:13

Көй-моңдарҙа халыҡ күңеле сағыла

VI Бөтә донъя фольклориадаһы барышында Башҡортостан Милли музейында бер юлы ике күргәҙмә асылды: “Донъя халыҡтары битлектәре” һәм “Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары”.

VI Бөтә донъя фольклориадаһы барышында Башҡортостан Милли музейында бер юлы ике күргәҙмә асылды: “Донъя халыҡтары битлектәре” һәм “Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары”.


Тантаналы сарала республи­каның мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, Фольклориада – халыҡтар дуҫлығын, йолаларыбыҙҙы, тамырҙары­быҙҙы һаҡлау символы. “Мөһим сара ваҡытында беҙ бөтә донъя­ның мәҙәниәттәре менән таны­шабыҙ. Әлеге күргәҙмәләрҙә лә был асыҡ сағылыш таба. Бит­лектәр төрлө мәҙәниәттәрҙе күрһәтә, шулай уҡ һәр халыҡ үҙ тойғо-хистәрен музыка ҡорал­дары аша асып бирә. Көй-моңдарҙа халыҡ күңеле сағыла”, – тине министр.
Сарала CIOFF Президенты Филипп Боссан, В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова һәм башҡалар ҡатнашты. Күргәҙмәлә Камерун, Коста-Рика, Чили, Эквадор, Эстония һәм башҡа дәүләттәрҙән килтерелгән 24 үҙенсәлекле битлек тәҡдим ителде. Музейға килеүселәр уларҙы күреү генә түгел, ә экспо­наттың тарихы, фотоматериалдар менән танышыу мөмкинлегенә лә эйә. Асылыу мәлендә унда Эстониянан, Италиянан һөнәрмәндәр оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрҙе.
“Донъя халыҡтары битлектәре” күргәҙмәһендә тәҡдим ителгән экспонаттар араһында иң сағыуы, моғайын, Африкалағы Бенин дәүләтенән килгән битлек һәм уны күрһәткән ҡунаҡ Марсель Жюнон булғандыр. Үҙенсәлекле костюм кейгән Марсель һәр ҡыҙыҡһыныусыға уның хаҡында һөйләне.

“Көҙгө уңыш йыйыу мәленән һуң үткәрелгән байрамға кейелә ул. Битлек ағастан һыҙып эшләнгән. Уны мотлаҡ сағыу кейем менән кейәләр. Был битлекте кейеп бейеү – ҡатын-ҡыҙға һәм йыйған уңышҡа дан йырлау ул”, – тип һөйләне Марсель.
Әйткәндәй, ул үҙ ғүмерендә өсөнсө фольклориадала ҡатнаша. Тәүгеһендә – Японияла, икенсе юлы Мексикала үткәнендә булған.

“Башҡортостандағы сара пандемия сәбәпле кисектерелгәс, бик ҡайғырҙым. Быйыл ҡаршылыҡ булмауына шатмын. Ауырлыҡтар беҙҙе ҡурҡытмай ул. Республика бик яҡшы кәйеф менән ҡаршы алды. Әлеге сарала ҡатнашып, үҙ илемдең вәкиле булып йөрөүем менән ғорурланам”, – тине Марсель.
“Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары” күргәҙмәһендә 34 экспонаттың һүрәте тәҡдим ителгән, улар араһында беҙҙең ҡурай ҙа бар. Фотокүргәҙмә менән рус, инглиз, испан, француз телдәрендә танышырға мөмкин. Бында шулай уҡ һәр экспонаттың тарихын да өйрәнергә була.

Күргәҙмәләрҙе 9 июлгә тиклем ҡарарға мөмкин. Адресы: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14. Инеү ирекле, битлек кейеү мотлаҡ.
Автор:Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА, Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне
Читайте нас