Фольклориада ҡунаҡтары менән эшләгән ирекмәндәр араһында М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары ла бар. Улар тотош курстары менән мәртәбәле халыҡ-ара фольклор йыйынында ҡатнаша.
– Тәүге тапҡыр үҙебеҙҙе был сифатта һынайбыҙ, – ти Зәлиә Алтынбаева, Бөрйән ҡыҙы. – Алдан әҙерлек үттек. Төрлө урындарға бүленеп, ҡунаҡтарға ярҙам итәбеҙ. Фольклориада бөткәнсе ошо эште башҡарасаҡбыҙ. Бындай мөһим, киң масштаблы сара эшмәкәрлегендә яҡындан ҡатнашлыҡ күрһәтә алғаныбыҙға бик ҡыуанабыҙ.
Буранбай Ҡолмөхәмәтов – Зәлиәнең курсташы. Ул да тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты.
– Фольклориадала ҡатнашыу оҡшай. Әле беренсе көнө генә әле, сит ил ҡунаҡтары менән яҡынданыраҡ танышып та бөтөрбөҙ тип уйлайым. Халыҡ-ара фольклориаданың Башҡортостанда үтеүе республикабыҙ өсөн ҙур уңыш, уны донъяға танытыу, имиджын күтәреү өсөн ифрат мөһим сара, – тип иҫәпләй Буранбай. – Беҙҙең халҡыбыҙ ижады, тарихы ғәйәт бай, фестиваль ҡунаҡтары уның менән таныша, үҙҙәре өсөн беҙҙең милләтте аса аласаҡ. Бөтә донъя фольклориадаһы ошо яҡтан да баһалап бөткөһөҙ мәғәнәгә эйә.