Өфөбөҙҙә VI Бөтә донъя фольклориадаһы дауам итә. Киң күләмле халыҡ-ара фольклор фестиваленең дүртенсе көнө лә матур тамашалар менән ҡыуандыра. Салауат Юлаев майҙанында төрлө милләт вәкилдәренең кәсептәре сағылдырылған ҡыҙыҡлы күргәҙмә лә эшен дауам итә.
Мексиканан килгән Роза Гонзалес халҡының легендаларын ҡул эштәре аша күрһәтә. Бында ҡаурыйлы йылан да, халыҡҡа ауыр саҡта аҙыҡ булып хеҙмәт итер кактус та бар. “Кактусҡа беҙҙә айырым мөнәсәбәт, – ти Роза. – Ул ҡасандыр аслыҡтан ҡотҡарған”.
Роза – биш бала әсәһе, уның өс улы, ике ҡыҙы бар. Өлкән ҡыҙы ла ҡул эштәренә оҫта икән. Улар сигә, тегә, башҡа ҡул эштәре менән булыша. Был Роза өсөн яратҡан шөғөл генә түгел, ә матди килем дә килтерә торған эш.
Өфөнө бик оҡшатҡан Мексика ҡунағы. “Ҙур, матур, таҙа ҡала, – ти. – Милли аштарығыҙ ҙа оҡшаны, хатта ҡымыҙҙы ла ауыҙ иттем”.
Беҙ һөйләшкән арала ҡаршыла ҡоролған сәхнәгә Өфөнөң “Мираҫ” фольклор ансамбле егеттәре һәм ҡыҙҙары башҡорт бейеүе менән сыҡты. Роза уларҙың һомғол буй-һындарына ихлас һоҡланды, бейеү хәрәкәттәренең нәзәкәтлелегенә хайран булды. “Беҙ ҙә, һеҙҙең кеүек, бейергә яратабыҙ!” – тине ул һәм урынында торған көйө генә дәртле хәрәкәттәр яһап алды.
“Яраттым Өфөнө, Башҡортостанды, халҡығыҙҙы! Бында килеүемә шул тиклем бәхетлемен” , – тип хушлашты ул. Боролоп ҡарағанда, Роза “Мираҫ”тар артынан эйәреп, башҡорт бейеү хәрәкәттәрен ҡабатларға тырыша ине.