Фольклориада
6 Июль 2021, 18:45

Осрашыу майҙаны – Стәрлетамаҡ

“Сағыу сара булды. Башҡортостанда төрлө милләт вәкилдәре дуҫ, татыу йәшәгәнен күрҙек”, - ти мексикандар.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы бөгөн биш ил вәкилдәрен ҡаршы алды. Словакия, Индонезия, Испания, Мексика, Болгария дәүләттәренән йәмғеһе 146 ҡунаҡ урындағы халыҡ алдында сығыш яһаны. Болгар ансамбле “Палмъече” иң күләмлеһе ине – ул 35 кешенән тора.
Ҡунаҡтар ҡала мәҙәниәт һарайына килеп төшкәндә, уларҙы дәррәү ҡаршы алырға сыҡҡайнылар. Юлдан килгәндәр ял итһен тип, ҡаланың иң шәп коллективтары тәүҙә үҙҙәре сығыш яһаны. Заман бейеүҙәре ансамбле “Антре”, башҡорт халыҡ фольклор төркөмө “Йөрәктау”, “Ҡояшҡай” хореография театр-студияһы шөғөлләнеүселәре, “Варда”, “Дәрүиш”, “Марьяна” коллективтары сит ил вәкилдәренә үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.
Форсаттан файҙаланып, сит ил артистары менән һөйләшеп алдыҡ. Мәҫәлән, Испаниянан Фольклориадаға «Coro e danza de Lorca» ансамбле килгән. Исемен тәржемә итһәң, “Лорки ҡалаһы бейеүҙәре һәм йырҙары” була. Был ҡала Испанияның Мурсия провинцияһында урынлашҡан. Күп милләтле халыҡ йәшәй. Каталон, баска, сиғандар һәм башҡалар төпләнгән. Коллективтың 75 йыллыҡ тарихы бар. Ошо йылдар эсендә улар донъяны урап сыҡҡан. Үҙҙәре шаяртып: “Антарктидала ғына булманыҡ”, - тиҙәр. Бөгөн иһә улар - Башҡортостан ҡунаҡтары. Испандарға беҙҙең ҡалаларҙың йәшеллеге оҡшаған.
Мексика коллективы директоры Хуан Салседо белдереүенсә, Фольклориада уға бик оҡшаған. “Сағыу сара булды. Башҡортостанда төрлө милләт вәкилдәре дуҫ, татыу йәшәгәнен күрҙек”, - ти ул.
Сарала бөтә эпидимиологик-санитар нормалар теүәл үтәлде.
Фаяз ЙОМАҒУЖИН.
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас