Фольклориада
6 Июль 2021, 15:30

“Ҡояшлы Башҡортостанды һағынасаҡбыҙ әле...”

Фольклориада ҡунаҡтары - Нуриманда. Польшанан килгән Патрик Рутковскийҙы нимә ғәжәпләндергән?

Тәбиғәт тә бөгөн рәхимле, әйтерһең дә, алыҫ ерҙе яҡын итеп килгән ҡунаҡтарҙы ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп, ихлас көтөп алырға булған. Республикабыҙҙа бына өс көн дауамында гөрләп барған VI Бөтә донъя фольклориадаһы оло халыҡсан, дуҫлыҡ байрамына әүерелде.
Нуриман районы халҡына ла уның бер өлөшөн үҙ биләмәһендә үткәрергә, биш илдән килгән вәкилдәрҙе ҡаршыларға, тамашаны бөтә сағыулығында күрһәтеп, Башҡортостандың гүзәл биләмәһе, традициялары, мәҙәниәт өлгөләре менән таныштырырға насип итте.
Панама, Греция, Ҡаҙағстан, Колумбия һәм Польша илдәренән килгән музыканттар, йырсы һәм бейеүселәрҙең сығыштары аша уларҙың да мәҙәниәте, тормошо, йолалары менән бер ни тиклем таныштыҡ. Төрлө телдәрҙә һөйләшһәк тә, музыка, сәнғәт теле барыбыҙға ла аңлайышлы, таныш кеүек.
– Патрик, кәйефегеҙ нисек? Башҡортостан һеҙҙе нисек ҡаршыланы? Ниндәй тәьҫораттар алдығыҙ? - тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек тәүге танышыбыҙ, Польшанан килгән “Mystkouianie” ансамбленең художество етәксеһе Патрик Рутковскийға.
– О-о, һөйләп аңлатырлыҡмы ни? Һеҙгә 33 музыкант, бейеүсе һәм йырсыны алып килдек. Башҡортостанға тәүге тапҡыр аяҡ баҫыуым. Фольклориадаға килеү бәхете эләкмәһә, бындай матур ил барын күрмәгән-белмәгән булыр инем. Бик гүзәл ер һәм иҫ киткес ҡунаҡсыл кешеләр!
– Нимә ғәжәпләндерҙе?
– Һеҙҙең менән беҙҙең халыҡтарҙың оҡшашлығы! Тәбиғәтегеҙҙең гүзәллеге!
– Иң ныҡ оҡшағаны?
– Милли аш-һыуығыҙҙың телде йоторлоҡ тәмле булыуы, төрлөлөгө. Барыһы ла супер! Башҡортостанды оҙаҡ юҡһынасаҡбыҙ әле...
Көнө буйы барған оло байрам барышында таныштарыбыҙ артҡандан-арта барҙы. Иң ҡыҙыҡлы шәхестәр, ҡунаҡтар менән “Башҡортостан” гәзитенең алдағы һандарында таныштырырбыҙ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас