Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Әбйәлил ерендә Албания, АҠШ, Коста-Рика, Ҡырғыҙстан, Черногория, Венгрия, Швейцария коллективтары сығыш яһаны.
Албаниянан килгән Вэс Вэндмиға район мәҙәниәт йортонда эшләгән Рөстәм Баһаув башҡорт ҡурайында нисек уйнарға кәрәклеген өйрәтте. Ҡурайға оҡшаш үҙҙәренең милли музыка ҡоралы - капайҙа уйнаған Вэндми “һә” тигәнсе ҡурайҙан моңло көй уйнап та күрһәтте. Юғары сәнғәт өлкәһендә бер ниндәй тәржемә лә кәрәкмәй: ике ил көйсөләре сәнғәт теле аша үҙ-ара аңлашып, моңдар донъяһына яңы юл асты, башҡорт ҡурайының моңон сит ҡитғаларҙа яңғыратып, танытһын, тигән изге теләктәр менән Албания ҡунағына Рөстәм Баһаув башҡорт ҡурайын бүләк итте.