Фольклориада
6 Июль 2021, 09:05

Радий Хәбиров тағы бер серҙе асты

"Әҙерләнә башлайбыҙ, был бик мөһим ваҡиға”, – тине республика Башлығы.

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостанда балалар өсөн Фольклориада үткәреү күҙаллана.
“Коллегалар, һеҙгә бер серҙе асмаҡсымын. Филипп Боссан әфәнде менән артабанғы хеҙмәттәшлек буйынса фекер алыштыҡ. Бик ҙур халыҡ-ара сара буйынса эште башларға тәҡдим бар. Ул – балалар өсөн Фольклориада”, – тине Радий Хәбиров.
Был аҙнала ниәттәр тураһында протокол төҙөү һәм яҡынса датаны билдәләү планлаштырыла. Республика Башлығы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға ошо сараға әҙерлекте башларға ҡушты.
“Был ысынлап та иҫ киткес ваҡиға, ҙур вәкиллекле балалар Олимпиадаһы буласаҡ! Коронавирус ҡасан да булһа бөтөр, тип уйлайым. Әҙерләнә башлайбыҙ, был бик мөһим ваҡиға”, – тине республика Башлығы.
Фото: bashinform.ru.
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас