Фольклориада
6 Июль 2021, 12:00

Сит ил ҡунаҡтарын Күсей ҡыҙҙары сәләмләй!

Бөтә донъя фольклориадаһында тәржемәсе булып эшләгән Гөлнара Байназарова менән Ләйсән Абдуллина - бер ауылдан!

Баймаҡ районы Күсей ауылы ҡыҙҙары Гөлнара Байназарова менән Ләйсән Абдуллина Бөтә донъя фольклориадаһы уртаһында ҡайнай. Уларҙың икеһе лә тәржемәсе булараҡ, сит ил ҡунаҡтарын Башҡортостан менән таныштыра, көн һайын тиерлек "Сәләм", "Бәхетнамә" тапшырыуҙарында төрлө илдән килгән делегациялар менән тура эфирҙа аралаша.
Мәҫәлән, Ләйсән Боливия, Испания, Колумбия, Австрия илдәре менән эшләһә, иртәгә Греция һәм Панама илдәрен ҡабул итә. Оҙаҡ йылдар Италияла эшләп ҡайтҡан Гөлнара Байназарова ла күп телдәр белеүе менән һоҡландыра. Ошоға тиклем ул Америка делегацияһы менән тура эфирҙа ҡатнашып, "Донъя битлектәре" күргәҙмәһендә тәржемәсе булып йөрөгән. Бөгөн уны Италия ҡунаҡтары менән "Бәхетнамә" тапшырыуында күрергә мөмкин булды.
Бер ауылдан күп телдәр белгән ҡыҙҙарҙың донъя күләмендәге сарала ҡатнашыуы - һирәк күренеш. Уларҙың күңелендә сит телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа, әлбиттә, уҡытыусылары Минсара Гәрәй ҡыҙы Иҫәнбаеваның тырышлығы ҙур. Афарин, Күсей ҡыҙҙары!
Фотолар: "Бәйләнештә"ге сәхифәләренән алынды.
Автор:Карима Усманова
Читайте нас